Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Эстер 2 - Изге Яҙма


Эстерҙың батшабикә булыуы

1 Бер аҙҙан, ярһыуы баҫыла төшкәс, Ахашверош батша Ваштиҙы иҫенә төшөрҙө – уның ҡылығы һәм уға ҡарата ниндәй ҡарар сығарылғаны уйына килде.

2 Батшаға хеҙмәт иткән ярандары уға былай тине: – Батшаға йәш сибәр ҡыҙҙар эҙләһендәр.

3 Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.

4 Ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы батшаға нығыраҡ оҡшай, шул Вашти урынына батшабикә булһын. Был һүҙҙәр батшаның күңеленә хуш килде һәм ул шулай эшләне.

5 Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы.

6 Ҡасандыр уны Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ һәм башҡа кешеләр менән бергә Йәрүсәлимдән һөргөнгә ҡыуып алып ҡайтҡан.

7 Мордехай ағаһының үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙы Һадассаны – уның икенсе исеме Эстер – тәрбиәләп үҫтергәйне. Эстер килеш-килбәте күркәм, төҫкә-башҡа сибәр ҡыҙ ине. Ата-әсәһе вафат булғас, Мордехай уны үҙ тәрбиәһенә алғайны.

8 Батша бойороғо иғлан ителгәс, бик күп ҡыҙҙар Шушан ҡәлғәһенә йыйып килтерелеп, Гегай ҡарамағына тапшырылды. Шул ваҡытта Эстер ҙа һарайға алынды, батша ҡатындарын бағыусы Гегайҙың ҡул аҫтына бирелде.

9 Был ҡыҙ Гегайҙың күңеленә хуш килеп, уның илтифатын яуланы. Гегай Эстерға шунда уҡ биҙәнеү-матурланыу өсөн еҫле майҙар һәм тейешле ризыҡ бирҙе, батша һарайынан уға хеҙмәт итергә лайыҡ ете ҡыҙ тәғәйенләне һәм хеҙмәтселәре менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар йортоноң иң яҡшы бүлмәһенә урынлаштырҙы.

10 Эстер бер кемгә лә үҙенең зат-ырыуы тураһында һөйләмәне, сөнки Мордехай был турала әйтергә ҡушмағайны.

11 Мордехай иһә, Эстерҙың хәлен белешер өсөн, көн дә ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән йорт ихатаһы алдына килә торған булды.

12 Һәр ҡыҙ, Ахашверош батша янына барырға сират еткәнсе, ун ике ай буйы әҙерләнә. Матурланыу ваҡыты шул саҡлыға һуҙыла: алты ай мирра майы, алты ай ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус тәғәйенләнгән башҡа хуш еҫле майҙар менән һөртөнөргә кәрәк була.

13 Батша янына барырға сираты еткән ҡыҙға, ҡатын-ҡыҙҙар йортонан батшаның һарайына барған саҡта, үҙе менән нимә теләй, шуны алырға рөхсәт ителә.

14 Кис көнө ҡыҙ батша янына инә, иртәнсәк инде батша ҡатындары өсөн тәғәйенләнгән башҡа йортҡа, батшаның йәриәләр һаҡсыһы Шағашгаз алашар күҙәтеүе аҫтына килтерелә. Әгәр ҡыҙҙы батша бик үк оҡшатып бөтмәһә һәм исемен атап ҡабат саҡырмаһа, ул ҡыҙ батша янына бүтәнсә инә алмай.

15 Батша янына барырға нәүбәт Мордехайҙың ағаһы Авихаилдың етем ҡалғас үҙе тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙы Эстерға еткәс, Эстер батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай кәңәш иткәндән башҡа бер нәмә лә алманы. Эстерҙы күргән һәр кеше уға һоҡлана ине.

16 Ахашверош батша хакимлығының етенсе йылында, тевеҫ тип аталған унынсы айҙа Эстерҙы батша һарайына алып килделәр.

17 Батша Эстерҙы бүтән ҡатындарға ҡарағанда нығыраҡ яратты. Эстер башҡа бөтә ҡыҙҙарға ҡарағанда батшаның күңелен нығыраҡ биләне һәм илтифатын яуланы. Батша Эстерға батша тажы кейҙерҙе, уны Вашти урынына батшабикә итте.

18 Ул Эстер хөрмәтенә үҙенең бөтә вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн оло мәжлес ойошторҙо, бөтә өлкәләрҙә байрам иғлан итте һәм батшаларға хас йомартлыҡ менән бүләктәр таратты.


Мордехайҙың батша ғүмерен ҡотҡарыуы

19 Ҡыҙҙарҙы икенсе мәртәбә йыйған ваҡытта, Мордехай батша һарайының ҡапҡаһы янында ултыра ине.

20 Эстер, Мордехай ҡушҡанса, үҙенең ниндәй ырыу-заттан икәнен һөйләмәне. Ул Мордехайҙы әле лә, уның тәрбиәһендә булған саҡтағы һымаҡ, тыңлай ине.

21 Шулай итеп, Мордехай батша ҡапҡаһы янында ултырған саҡта, батшаның ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ике алашар – Бигҫан менән Тереш, батшаға асыуланып, уға ҡул һалырға ниәтләне.

22 Мордехай был турала белеп ҡалып, Эстер батшабикәгә еткерҙе, ә Эстер Мордехай исеменән бөтәһен дә батшаға һөйләп бирҙе.

23 Эште тикшереп, бының ысын икәнен асыҡланылар һәм теге икәүҙе дарға аҫтылар. Быларҙың бөтәһе лә батшаның күҙ алдында батшалыҡтың йылъяҙмалар китабына теркәп ҡуйылды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan