Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 9 - Изге Яҙма


Әйүптең өсөнсө телмәре: Кеше Алла алдында нисек аҡлана ала?

1 Әйүп былай яуапланы:

2 «Дөрөҫ, бының шулай икәнлеген беләм. Әммә кеше Алла алдында нисек аҡлана ала?

3 Әгәр берәү Уның менән дәғүәләшһә, Уның мең һорауына бер яуап таба алмаҫ.

4 Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?

5 Ул тауҙарҙы һис бер киҫәтеүһеҙ урындарынан күсерер, Асыуынан аҫтын-өҫкә әйләндерер.

6 Ерҙе урынынан ҡуҙғатыр, Уның терәктәрен дер һелкетер.

7 Ул бойорһа, ҡояш ҡалҡмаҫ, Йондоҙҙарҙың яҡтыһын ҡаплап, мөһөрләр.

8 Ул бит бер яңғыҙы күкте киргән, Диңгеҙ тулҡындарының өҫтөнән гиҙгән.

9 Етегәнде, Орион менән Өлкәрҙе, Көньяҡ күге йондоҙҙарын Ул яратҡан.

10 Ғәмәлдәре бөйөк, баш етмәҫлек, Мөғжизәләренең һаны-хисабы юҡ.

11 Бына Ул янымдан үтеп китер – күрмәм, Елеп уҙыр, бер нәмә лә тоймам.

12 Тартып алһа, кем Уны туҡтатыр? Кем Уға: „Нимә эшләйһең?“ – тиер?

13 Алла асыуын теҙгендә тотмаҫ, Раһавтың ярҙамсылары Уның аяғы аҫтында аунар.

14 Шулай булғас, нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның алдында мин нисек һүҙ табайым?

15 Хаҡлы булһам да, яуап ҡайтара алмаҫ инем, Хөкөмдарымдан бары мәрхәмәт һорар инем.

16 Хатта саҡырыуыма яуап ҡайтарһа ла, Уның мине тыңларына ышана алмам.

17 Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.

18 Хатта тын алырға ирек бирмәй, Түҙгеһеҙ әрнеү менән тултыра.

19 Әгәр эш ҡеүәттә булһа, Ул ҡеүәтле! Ғәҙеллек юлларға булһа, Кем Уны хөкөм ҡаршыһына килтерә ала?

20 Хаҡлы булһам да, үҙ телем үҙемде ғәйепләп ҡуйыр. Камил булһам да, ғәйеплегә сығарыр.

21 Ғәйепһеҙмен! Тик миңә инде барыбер – Мин туйҙым бындай тормоштан.

22 Нисек булһа булһын! Шуға күрә әйтәм: „Ул ғәйепһеҙҙе лә, яуызды ла берҙәй юҡ итә“.

23 Ҡапыл ябырылған бәлә үлем сәсһә, Ул ғәйепһеҙҙәрҙең ғазабынан көлә.

24 Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?

25 Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә, Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй.

26 Улар ҡамыш кәмә кеүек етеҙ, Ҡорбанына ташланған бөркөттәй осҡор.

27 „Аһ-зарымды онотайым, Хәсрәтле йөҙөм яҡтырһын“, – тиһәм,

28 Яңы ҡайғылар ҡурҡыта мине, Сөнки беләм: мине ғәйепһеҙ тип танымаҫһың.

29 Барыбер ғәйепле тип һаналам икән, Ниңә мин бушҡа тырышам?

30 Ҡар һыуҙары менән йыуынһам да, Ҡулдарымды һелте менән таҙартһам да,

31 Мине тағы ла бысраҡ соҡорға батырырһың, Хатта үҙ кейемем дә минән ерәнер.

32 Алла бит минең кеүек әҙәм балаһы түгел, Нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның менән хөкөмгә нисек бергә барайым?

33 Арабыҙҙа икебеҙҙең дә яурынына ҡул һалып, Беҙҙе килештерә алыр берәү ҙә юҡ!

34 Алла Үҙенең яза таяғын өҫтөмдән алһа ине, Башҡаса миңә дәһшәт һалмаһа ине.

35 Шул саҡта Унан ҡурҡмай һүҙемде әйтер инем, Әммә мин ундай түгелмен.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan