Әйүп 6 - Изге ЯҙмаӘйүптең икенсе телмәре: Алла ғүмер ебемде өҙһә ине 1 Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: 2 «Әгәр ҙә ғазаптарымды үлсәп, Бөтөн ҡайғыларымды бизмәнгә һалһаң – 3 Улар диңгеҙ ҡомонан да ауырыраҡ тартыр ине, Шуға күрә әйткән һүҙҙәрем дыуамал. 4 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә. 5 Үлән етерлек булғанда, баҡырырмы ишәк? Үгеҙ мөңрәрме утлыҡсаһында аҙыҡ булһа? 6 Сөсөнө тоҙһоҙ ашайҙармы? Йомортҡа ағының тәме бармы? 7 Ул ризыҡтарҙан йәнем екһенә, Улар мине сиргә һабыштыра. 8 Ялбарып һорағаным алдыма килһен ине, Алла миңә өмөтләнгәнемде бирһен ине – 9 Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине. 10 Был миңә йыуаныс булыр – Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем, Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем. 11 Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем? 12 Әллә миндә таш ныҡлығы бармы? Әллә тәнем баҡырҙанмы? 13 Бөтөнләй сараһыҙ ҡалған мәлдә Үҙемә ярҙам итерлек хәлем булырмы? 14 Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж. 15 Тик минең дуҫтарым ышанысһыҙ, Шарлап ағып ятҡан йырғанаҡтай. 16 Улар боҙҙар ирегәндә таша, Ҡар һыуына тулып ярҙан аша; 17 Ҡоролоҡ мәлдә юҡҡа сыға, Эҫелә үҙәндәрендә кибеп ҡала. 18 Улар арҡаһында каруандар аҙашыр, Сүллектә ҡаңғырып һәләк булыр. 19 Тема каруансылары һыу эҙләр, Шеванан килгән сауҙагәрҙәр өмөтөн бағлар. 20 Тик өмөттәре алданыр, Ҡороған йылға үҙәненә еткәс, шаҡ ҡатырҙар. 21 Инде һеҙ ҙә минең өсөн шул булдығыҙ: Хәлемде күрҙегеҙ ҙә ҡурҡып ҡалдығыҙ. 22 Әллә әйттемме: „Миңә бирегеҙ! Малығыҙҙан минең өсөн түләгеҙ! 23 Дошмандың ҡулынан ҡотҡарығыҙ, Йолом түләп, залимдар ҡулынан азат итегеҙ“, – тинемме? 24 Әйҙә, аңлатығыҙ – мин тынырмын, Нимәлә яңылыштым – күрһәтеп бирегеҙ. 25 Хаҡ һүҙҙәр әрнеткес була! Тик ғәйепләүегеҙҙең асылы нимәлә һуң? 26 Нишләп һеҙ һүҙҙәремә бәйләнәһегеҙ? Өмөтө өҙөлгәндең әйткәнен Иҫкән елгә тиңләйһегеҙ? 27 Йәрәбә һалып, етемде бүлешәһегеҙ, Сауҙалашып, дуҫығыҙҙы һатырға әҙерһегеҙ. 28 Инде, рәхим итеп, миңә боролоп ҡарағыҙ – Күҙегеҙгә ҡарап, алдаша аламмы? 29 Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта. 30 Ауыҙымдан берәй нахаҡ һүҙ сыҡтымы? Аңҡауым һәләкәт әсеһен тоймаҫмы? |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia