Әйүп 5 - Изге ЯҙмаӘлифаз телмәрен дауам итә: Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма 1 Саҡырып ҡара! Яуап ҡайтарыусы табылырмы? Изгеләрҙең ҡайһыһына йөҙ тоторһоң? 2 Ахмаҡты ҡыҙыулығы үлтерер, Бер ҡатлыны көнсөллөгө бөтөрөр. 3 Күргәнем бар: тиле тамыр ебәреп өлгөрә, Йортона ҡапыл ғына ҡарғыш төшә. 4 Балалары хәүефкә яҡын булыр, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә тапалырҙар, Уларҙы һис кем яҡламаҫ. 5 Уңыштарын астар ашар – Сәнскәк араһындағыһын да ҡалдырмаҫтар, Байлыҡтарын ҡомһоҙҙар йотор. 6 Бәлә-ҡаза тупраҡтан шытып сыҡмай бит, Ҡайғы-хәсрәт ҡырҙа үҫмәй. 7 Ут сатҡыһының һауаға осҡаны дөрөҫ булғандай, Кешенең ғазап сигер өсөн тыуғаны ла хаҡ. 8 Мин булһам, Аллаға йөҙ тотор, Эшемде Уға тапшырыр инем. 9 Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ. 10 Ул ер йөҙөнә ямғыр яуҙыра, Ҡырҙарҙы Ул һыуға туйындыра. 11 Түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Йәш түккәндәрҙе именгә алып сыға. 12 Ҡырын эштәре барып сыҡмаһын өсөн, Мәкерлеләрҙең ниәтен боҙа. 13 Аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең хәйләһенә эләктерә, Хәйләкәрҙәрҙең мутлығына сик ҡуя. 14 Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр, Төш мәлендә, төндәге һымаҡ, Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр. 15 Фәҡирҙәрҙе ҡылыстай үткер телдәрҙән, Көслөнөң ҡулынан йолоп алыр. 16 Шуға күрә ярҙамһыҙҙың өмөтө бар, Ғәҙелһеҙлектең ауыҙы томаланыр. 17 Алла нәсихәт биргәндәр ни ҡәҙәр бәхетле! Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма. 18 Ул йәрәхәтләр, тик Үҙе бәйләп ҡуйыр, Ул һуғыр, әммә ҡулдары һауыҡтырыр. 19 Алты тапҡыр бәләгә ҡалһаң – ҡотҡарыр, Етенсеһендә лә һиңә зыян теймәҫ. 20 Аслыҡ мәлендә – үлемдән, Һуғышта ҡылыстан йолоп алыр. 21 Раббы һине телдең ҡамсыһынан ҡаплар, Бөлгөнлөк килеүҙән ҡурҡмаҫһың. 22 Юҡлыҡ менән аслыҡтан көлөрһөң, Ҡырағай йыртҡыстарҙан өркмәҫһең. 23 Сөнки баҫыуҙағы таштар менән килешеү төҙөрһөң, Ҡыр йәнлектәре менән татыу йәшәрһең. 24 Сатырыңда гел имен буласағын белерһең, Малдарыңды байҡарһың да бер етешһеҙлек тә тапмаҫһың. 25 Тоҡомоңдоң күплеген күрерһең, Зат-зәүерең үлән шикелле ишелеп үҫер. 26 Үҙ ваҡытында йыйып бәйләнгән көлтә һымаҡ, Өлкәнәйеп ҡәбереңә китерһең. 27 Бына, нимәләрҙе асыҡланыҡ – улар барыһы ла хаҡ. Шуға күрә ҡолаҡ һалып тыңла ла фәһем ал». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia