Әйүп 42 - Изге ЯҙмаӘйүптең Раббыға яуабы: Әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам 1 Шунан Әйүп Раббыға былай тип яуап бирҙе: 2 «Беләм: бөтәһе лә Һинең ихтыярҙа; Ниәтеңдән Һине бер нәмә лә туҡтата алмай. 3 „Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем. 4 „Һин тыңлап тор, Мин һөйләйем; Мин һорайым, һин аңлатып бир“, – тинең. 5 Быға тиклем мин Һинең хаҡта ишетеп кенә белә инем; Әле иһә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. 6 Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм». Әйүптең тулыһынса аҡланыуы һәм бәрәкәтенең ҡайтыуы 7 Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға: – Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ. 8 Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм. 9 Шунан Темандан килгән Әлифаз, Шуах кешеһе Билдад, Нағамандан килгән Софар Раббы ҡушҡанса эшләнеләр. Раббы Әйүптең доғаһын ҡабул итте. 10 Әйүп дуҫтары хаҡына доға ҡылғандан һуң, Раббы уға мул тормошон элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға арттырып кире ҡайтарып бирҙе. 11 Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте. 12 Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине. 13 Әйүптең ете улы менән өс ҡыҙы тыуҙы. 14 Тәүге ҡыҙына Емима, икенсеһенә Ҡесиға, өсөнсөһөнә Ҡәрән-Һаппух тип исем ҡушты. 15 Бөтә илдә Әйүптең ҡыҙҙарынан да гүзәлерәк ҡыҙҙар юҡ ине. Аталары уларға ла ағай-энеләре менән бер тигеҙ мираҫ бирҙе. 16 Бынан һуң Әйүп йөҙ ҙә ҡырҡ йыл йәшәне, үҙенең балаларын һәм балаларының балаларын дүртенсе быуынға тиклем күрҙе. 17 Ул ҡартайып, тормошта бөтәһен дә татып-кисереп вафат булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia