Әйүп 40 - Изге Яҙма1 Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы: 2 «Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир. 3 Ысынлап та Минең ғәҙеллегемде бушҡа сығараһыңмы? Үҙеңде хаҡ тип иҫбатлар өсөн Мине ғәйепләмәксеһеңме? 4 Һин дә Алла һымаҡ ҡеүәтлеме? Тауышың Уныҡылай күкрәйме? 5 Улай икән, үҙеңде бөйөклөк һәм мөһабәтлек менән биҙә, Балҡышҡа һәм күркәмлеккә сорнал. 6 Ташып килгән асыуыңды түк, Ғорурҙарға ҡара ла күндәм ит. 7 Бөтә тәкәбберҙәргә ҡара ла түбәнһет, Залимдарҙы торған урынында ҡыра һуҡ. 8 Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла. 9 Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен. 10 Бына бегемот. Уны ла һинең кеүек үк Мин бар ҡылдым. Ул үгеҙ шикелле үлән ашай. 11 Ҡара, боттары ниндәй ҡеүәтле, Ҡорһағының мускулдары көслө. 12 Ҡойроғо кедр ағасы кеүек, Янбашындағы һеңерҙәре бергә үрелгән. 13 Һөйәктәре баҡыр борғо һымаҡ, Һөлдәләре тимер таяҡтай. 14 Алланың тәүге ғәмәлдәре ул; Тик Яратыусыһы ғына уға ҡылыс менән яҡынлаша алыр. 15 Бөтә ҡырағай йәнлектәр уйнап йөрөгән тауҙар Уға ашарға бирә. 16 Ул сәнскәкле лотос аҫтында, Һаҙлыҡтарҙа ҡамыш араһында боҫоп ята; 17 Лотостар уларҙы күләгәһе менән ҡаплар, Йылға талдары тирә-яҡтан уратыр. 18 Йылға шарлап аҡҡандан да өркмәҫ; Тыныс ҡалыр хатта Иордан йылғаһы Боғаҙына эркелгән саҡта ла. 19 Берәйһе уны ҡармаҡҡа эләктерә Йәки ырғаҡ менән томшоғон аймай алырмы? 20 Ливъяҫанды ҡармаҡҡа тота алаһыңмы? Телен арҡан менән бәйләй алаһыңмы? 21 Моронона дүңгәләк кейҙереп, Яңаҡ һөйәген ырғаҡ менән тишә алаһыңмы? 22 Һиңә ҡабат-ҡабат ялбарырмы? Йомшаҡ һүҙҙәр менән өндәшерме? 23 Һинең менән килешеү төҙөрмө? Һиңә мәңге ҡол булырға вәғәҙә бирерме? 24 Ҡош менән уйнаған кеүек, уның менән уйнарһыңмы? Ҡыҙҙарыңа ҡыҙыҡ өсөн уға таҫма тағырһыңмы? 25 Балыҡсылар уны күпмегә һатырға сауҙалашырмы? Сауҙагәрҙәргә бүлеп бирерме? 26 Уның тиреһен һөңгө менән сәнскеләй алырһыңмы? Башын һалдау менән яра алырһыңмы? 27 Ҡағылып ҡара – ҡабат бер ҙә ынтылмаҫһың, Ул алышты һис тә онота алмаҫһың! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia