Әйүп 36 - Изге ЯҙмаӘлиһуҙың дүртенсе телмәре: Ғазаптар һиңә бит бушҡа бирелмәгән 1 Әлиһу былай тип дауам итте: 2 «Бер аҙ сабыр ит – мин һиңә күрһәтермен, Алланы яҡлап тағы ла әйтәһем бар. 3 Фекер ебемде алыҫтан тағата башлайым, Яратыусымдың хаҡлығын иҫбатлайым. 4 Һис шөбһә юҡ, бер һүҙем дә ялған түгел; Алдығыҙҙа тороусының белеме камил. 5 Алла – ҡөҙрәтле! Ул һис кемде ситкә типмәй; Уның көсө һәм аҡылы бөйөк. 6 Ул залимдарҙың йәшәүенә юл ҡуймаҫ, Иҙелгәндәргә ғәҙеллек бирер. 7 Ул тәҡүәнән күҙен ситкә алмаҫ, Уны батшалар рәтендә тәхеткә ултыртыр, Мәңгелеккә юғары күтәрер. 8 Әгәр кешеләр бығауҙа булһа, Ҡайғы-хәсрәт менән сынйырланһа, 9 Уларға ҡылғандарын – енәйәттәрен, Артыҡ тәкәббер булып киткәндәрен белдерер. 10 Нәсихәтен ишеттерер өсөн ҡолаҡтарын асыр, Яуыз юлдарын ташларға бойорор. 11 Әгәр тыңлаһалар, Уға хеҙмәт итһәләр, Ҡалған көндәрендә муллыҡта йәшәрҙәр, Йылдарын рәхәтлектә үткәрерҙәр. 12 Тыңламаһалар, ҡылыстан һәләк булырҙар, Аҡыл ҡаҙанмай үлеп китерҙәр. 13 Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай, Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай. 14 Улар йәшләй генә үлеп ҡала, Ғүмерҙәре фәхеш ирҙәрҙеке һымаҡ ҡыҫҡа була. 15 Әммә Алла ғазапланғандарҙы ғазап аша ҡотҡарыр, Иҙелгәндәрҙең ҡолағын бәлә менән асыр. 16 Һине лә хәсрәт тырнағынан ҡотҡарыр, Ҡыҫындан иркенлеккә сығарыр ине, Өҫтәлең һый менән тулы булыр ине. 17 Әммә һин залимдарға тәғәйен хөкөмдө эҙләйһең; Хаҡ хөкөм яғаңдан бөрөп тотор. 18 Һаҡ бул, байлыҡ башыңды әйләндермәһен, Мул ришүәт үҙеңде юлдан яҙҙырмаһын. 19 Бар байлығың менән тырышлығың Һине бәләнән йолоп ала алырмы? 20 Халыҡтарҙың ер йөҙөнән Юҡ ителәсәк төнөн теләмә. 21 Боҙоҡлоҡ юлына ҡайырылыуҙан һаҡлан, Ғазаптар һиңә бит бушҡа бирелмәгән. 22 Ҡара, Алланың ҡеүәте ни ҡәҙәрле бөйөк; Бармы тағы Уның һымаҡ остаз? 23 Кем Уға нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтер? Кем Уға: „Дөрөҫ эшләмәйһең“, – тип әйтә алыр? 24 Уның йырҙарҙа маҡталған эштәрен ҙурларға онотма, 25 Уның ғәмәлдәрен бар кеше күреп тора, Йыраҡтан ғына хайран ҡалып тамаша ҡыла. 26 Эйе, Алланың бөйөклөгөн аңлап бөтөрлөк түгел, Уның йылдарының иҫәбе-һаны юҡ. 27 Ул һыу тамсыларын бергә йыйып, Уларҙы ямғырға әйләндерә. 28 Был тамсылар болоттарҙан тама, Кешеләрҙең өҫтөнә мул булып яуа. 29 Болоттарҙың нисек йәйелгәнен, Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә? 30 Бына Ул тирәһендә йәшен йәшнәтә, Диңгеҙҙең тәрәнлектәрен ҡаплап ҡуя. 31 Шул рәүешле Ул халыҡтарға идара итә, Уларҙы мул ризыҡ менән тәьмин итә. 32 Ул йәшенде усында йәшереп тота; Уға ҡайҙа атырға бойора. 33 Күкрәү Уның хаҡында белдерә, Хатта мал да Уның яҡынлашыуын һиҙә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia