Әйүп 35 - Изге ЯҙмаӘлиһуҙың өсөнсө телмәре: Алла бушҡа ҡысҡырғанды тыңламай 1 Әлиһу һүҙен былай тип дауам итте: 2 «Шул дөрөҫ тип уйлайһыңмы: „Алла түгел, ә мин хаҡмын“, – тиһең? 3 „Гонаһ ҡылмауымдан ни файҙа ла ниндәй йөй?“ – тип һораһаң, 4 Яуап ҡайтарам һиңә һәм дуҫтарыңа: 5 Күккә ҡара ла күр, болоттарҙы күҙәт, Улар һинән ниндәй бейек. 6 Гонаһ ҡылһаң, уның Аллаға ниндәй зыяны тейә? Енәйәттәреңде арттырыуҙан, Уға нимә була? 7 Һинең тәҡүәлегең Уға нимә бирә? Һинең ҡулыңдан Ул нимә ала? 8 Үҙең кеүек үк кешегә – яманлығың; Тәҡүәлегең дә – әҙәм балаларына. 9 Кешеләр ҡаты иҙелеү аҫтында иңрәй, Көслөләр ҡулынан ҡотолоу өсөн ярҙам һорай. 10 Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа? 11 Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән, Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“ – тип әйтмәҫ. 12 Әммә иңрәп ҡысҡырған хәлдә лә, Ундайҙарға Алла яуап ҡайтармай, Сөнки залимдар тәкәббер. 13 Асылда Алла бушҡа ҡысҡырғанды тыңламай, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе быға иғтибар бирмәй. 14 Ә инде Уға ҡаршы зарланаһың, Дәғүәң Уның хозурында, Уны хөкөмгә көтәм тиһең икән, – бигерәк тә. 15 Тағы ла, Уның асыуы яйлай, Ул енәйәттәргә артыҡ әһәмиәт бирмәй, тиһең. 16 Әйүп буш хәбәр һөйләп ауыҙын аса, Юҡ-бар һүҙ менән донъя тултыра». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia