Әйүп 34 - Изге ЯҙмаӘлиһуҙың икенсе телмәре: Һәр кем үҙенә тейеш әжерен ала 1 Әлиһу былай тип дауам итте: 2 «Эй аҡыл эйәләре, әйткәндәремде тыңлағыҙ; Белдеклеләр, мине ишетегеҙ! 3 Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай. 4 Әйҙә, нимәнең дөрөҫ икәнен һайлайыҡ, Нимә яҡшы икәнен бергәләп өйрәнәйек. 5 Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте. 6 Хаҡлымын, ә алдаҡсы һаналам. Бер ғәйебем булмаған хәлдә, мин уңалмаҫлыҡ яра алдым“. 7 Әйүп һымаҡ кеше бармы? Ул бит хаяһыҙлыҡты һыу эскәндәй һөйләй. 8 Яуызлыҡ эшләүселәр менән бер уйҙа, Залимдар менән бер юлдан йөрөй. 9 Сөнки ул: „Аллаға ярарға тырышыуҙан Әҙәм балаһына ниндәй файҙа?“ – тине. 10 Шуға күрә, аҡылы булғандар, мине тыңлағыҙ: Алла яуызлыҡ ҡылыуҙан алыҫ тора, Ғәҙелһеҙлек сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе өсөн ят. 11 Ул кешеләргә ғәмәлдәренә күрә бирә, Һәр кем үҙенә тейеш әжерен ала. 12 Ысынлап та, Алла яуызлыҡ эшләмәй, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ғәҙел хөкөмдө боҙмай. 13 Кем Уға ер йөҙөн ышанып тапшырған? Кем Уны бөтә донъяға идара итергә ҡуйған? 14 Әгәр ҙә Ул ниәт итеп Рухы менән һулышын Үҙенә кире тартһа, 15 Бөтә тереклек шунда уҡ һәләк булыр, Кеше тупраҡҡа ҡайтыр ине. 16 Әгәр ҙә аҡылың булһа – тыңла, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал. 17 Ғәҙеллектең дошманы идара итә аламы? Хаҡлыҡ һәм ҡөҙрәт Эйәһен хөкөм итмәксеһеңме? 18 Ул батшаға: „Һин – йүнһеҙ!“ – ти, Затлыларҙы яуыз тип атай, 19 Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды. 20 Улар ҡапылдан, төн уртаһында үлеп китә; Халыҡтар болғаныша ла юҡҡа сыға; Көслөләр ҙә һис кем ҡағылмаҫтан ғәйеп була. 21 Алла кешенең тотҡан юлынан күҙен алмай; Уның һәр аҙымын күреп тора – 22 Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ. 23 Хөкөм өсөн хозурына килһендәр тип, Алла кешегә айырым ваҡыт әйтеп тормай. 24 Һорап тормай, көслөләрҙе ҡырып һала, Урындарына башҡаларҙы ултырта. 25 Сөнки уларҙың эштәрен белеп тора, Бер төндә емереп, һепереп түгә. 26 Һәммәһең күҙ алдында Яуызлыҡтары өсөн уларға яза бирә. 27 Сөнки Уның юлынан тайпылдылар, Уның һуҡмаҡтарын уйламанылар. 28 Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте. 29-30 Ләкин Алла өнһөҙ торһа, Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер? Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр? Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен, Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн, Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн. 31 Әйтәйек, берәү Аллаға: „Яңылышҡанмын, башҡаса яуызлыҡ ҡылмам, – тиһә, – 32 Күрмәгәнемде һин миңә күрһәт, Яманлыҡ эшләгән булһам, бүтән ҡабатламам“. 33 Әммә ғәйебеңде инҡар итһәң, Һин ниндәй әжер көтәһең? Быны үҙең хәл итергә тейеш, ә мин түгел. Әгәр берәй нәмә белһәң – һөйлә. 34 Аҡыллылар, мине тыңлаған аңлылар әйтер: 35 „Әйүп белмәгәнен һөйләй, Һүҙҙәрендә мәғәнә юҡ“. 36 Яуыздар һымаҡ һөйләгән өсөн, Әйүп тулыһынса һыналырға тейеш. 37 Сөнки гонаһына фетнәселлеген дә өҫтәй, Мыҫҡыл итеп, ҡул сабып ултыра, Аллаға ҡаршы хәбәрен тағы ла арттыра». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia