Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 30 - Изге Яҙма

1 Әле иһә йәшерәктәр мине мыҫҡыл итеп көлә. Ә бит ваҡытында аталарын һис бер эшкә лайыҡ күрмәҫ инем, Көтөүемдең эттәре янына хатта ҡуймаҫ инем.

2 Уларҙан миңә ни файҙа: Көс-ҡеүәттәре бөткән.

3 Мохтажлыҡтан һәм аслыҡтан миктәп, Ҡыу далала, ҡараңғыла ҡатҡан тупраҡ кимерәләр;

4 Шырлыҡта әсе үлән йолҡоп ашайҙар, Икмәк урынына артыш тамыры сәйнәйҙәр.

5 Кеше араһынан ҡыуылалар, Бурҙарҙы баҫтырған һымаҡ, Арттарынан ҡысҡырып ҡалалар.

6 Ҡороған йылға йырындарында, Өңдәрҙә, ҡая ярыҡтарында йәшәйҙәр.

7 Ҡыуаҡ араһында хайуан һымаҡ олойҙар, Сәнскәк аҫтында өймәкләшәләр.

8 Бөтә ерҙән дә һөрөлгән Атһыҙ-затһыҙ әҙәм аҡтыҡтары!

9 Инде шулар минән көлөп Мәсхәрәле таҡмаҡ йырлай, Мин уларға көлкө булып ҡалдым.

10 Минән сирҡаналар, ситләшәләр, Битемә төкөрөүҙән дә тартынмайҙар.

11 Алла йәйәмдең керешен бушатып мине кәмһетте, Шуға улар минең алда үтә йүгәнһеҙләнә башланы.

12 Уң яғымдан ябырыла был өйөр, Мине аяҡтан йығырға тырыша, Һәләк ҡылыу өсөн ҡамау һала.

13 Улар минең юлыма арҡыры төшә; Мине һәләк итергә керешә, Һис кем уларҙы туҡтатмай!

14 Емерелгән диуар аша ябырылған дошман һымаҡ, Ватып-емереп өҫтөмә ташланалар.

15 Мине дәһшәт солғап алды, Абруйым ел кеүек осоп китте, Именлегем томан һымаҡ таралды.

16 Инде йәнем ташлап сығыр хәлдә, Хәсрәт көндәре артымдан ҡыуып етте.

17 Төндәрен түҙгеһеҙ һыҙлай һөйәктәрем, Бер туҡтауһыҙ әрнеү йонсота.

18 Алла мине кейемемдән матҡып алды; Яғамдан аймап һыҡты.

19 Ул мине бысраҡҡа быраҡтырҙы, Саң-туҙанға, көлгә әйләндем.

20 Һиңә ялбарам, яуап бирмәйһең. Алдыңа баҫам, тик ҡарап тораһың.

21 Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.

22 Мине күтәреп елгә мендерҙең, Ғәрәсәт эсендә өйрөлдөрөп йөрөтәһең.

23 Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.

24 Бәләгә тарыған әҙәм ярҙам һорап ҡысҡырғанда Уға ҡаршы ҡул күтәрәләрме ни?

25 Ауыр хәлгә төшкәндәр өсөн мин иламаныммы ни? Ярлыларҙың хәленә мин инмәнемме?

26 Мин яҡшылыҡ көттөм – яманлыҡ килде; Яҡтылыҡ өмөт иткәндә, ҡараңғылыҡ баҫты.

27 Эсем яна, тынғылыҡ таба алмайым; Хәсрәтле көндәр мине һағалай.

28 Ҡарайып ҡаттым, тик ҡояштан түгел; Йыйын уртаһында тороп ялбарамын.

29 Хәҙер мин сүл бүреләренә туған, Дөйәғоштарға дуҫ булып ҡалдым.

30 Тирем ҡарайып, һуйылып төштө, Һөйәктәрем ялҡынһынып яна.

31 Минең арфам хәҙер иңрәп илай, Һыбыҙғым һыҡтаусы кеүек ыңғыраша.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan