Әйүп 28 - Изге ЯҙмаАҡыл тураһында ҡисса 1 Көмөш сығарылған шахталар бар, Алтын йыуа торған урындар бар. 2 Тимер тупраҡтан ҡаҙып сығарыла, Баҡыр руданан иретелеп алына. 3 Кеше ҡараңғылыҡты ла сигендерә; Үлем күләгәһе хөкөм һөргән Дөм ҡараңғы төпкөлдә таштар аҡтара. 4 Кеше йәшәмәгән төбәктәрҙә Руда эҙләп тәрән соҡор ҡаҙалар, Бер кем аяҡ баҫмаған алыҫ ерҙәрҙә Шул соҡорҙарға төшәләр, Бауға бәйләнеп эшләйҙәр. 5 Өҫтә икмәк үҫтергән ер Аҫта утта янып ирегән шикелле. 6 Таштарында зәңгәр яҡут йәшеренгән, Балсығынан алтын табыла. 7 Унда илткән юлды йыртҡыс ҡоштар белмәй, Ыласындың күҙе уны күрмәй. 8 Ҡырағай йәнлектәр ҙә йөрөмәй унан, Арыҫландың тәпәйе лә баҫмай бында. 9 Ә кеше саҡматаштай ҡаты ҡаяларҙы емерә, Тауҙарҙы төбө-тамырынан аҡтара; 10 Тау-таштарҙы соҡоп, тишеп үтә, Күҙҙәре бөтә хазиналарҙы күрә. 11 Йылғаларҙың инешенә барып етә, Йәшеренде яҡтыға сығара. 12 Әммә аҡыл ҡайҙан табыла һуң? Зиһендең инеше ҡайҙа? 13 Әҙәм балаһы уның баһаһын белмәй, Тереләр донъһында уны табып булмай. 14 Тәрәнлектәр әйтер: «Ул миндә юҡ». «Минең янда ла юҡ», – тиер диңгеҙ. 15 Уны саф алтын түләп тә алып булмаҫ, Ҡиммәте көмөш менән дә үлсәнмәҫ. 16 Уны Офир алтыны менән дә, Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ. 17 Уға алтын да, гәлсәр ҙә тиң түгел, Саф алтын һауытҡа ла алмаштырылмаҫ. 18 Ынйы-мәрйенде инде әйтеп тә тораһы юҡ; Аҡылдың ҡиммәте аҫылташтарҙан да өҫтөн. 19 Куштың хризолиты уға тиңдәш түгел, Саф алтын менән ул баһаланмай. 20 Улай булғас, ҡайҙан килә һуң ул аҡыл? Зиһендең инеше ҡайҙа? 21 Ул бөтә йән эйәләренең күҙенән дә, Һауалағы ҡоштарҙан да йәшерелгән. 22 Хатта Һәләкәт ере менән Үлем дә: «Ҡолағыбыҙға ғына салынғаны бар», – тиҙәр. 23 Уға алып барған юлды бары Алла белә, Ул ғына хәбәрҙар аҡыл төйәгенә. 24 Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем, Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай. 25 Елгә көс биргән сағында, Һыуҙарҙы үлсәп сик ҡуйғанында, 26 Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә, Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта 27 Ул аҡылды күреп баһаланы, Уны нығытты, һынаны. 28 Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia