Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 24 - Изге Яҙма

1 Ни өсөн сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Хөкөм өсөн ваҡыт билдәләмәй? Ни өсөн Алланы танығандар Уның залимдарға ҡаршы булғанын һис күрмәй?

2 Кешеләр ыҙан таштарын күсереп ҡуя, Урланған малдарын көтә.

3 Етемдәрҙең ишәген алып китә, Тол ҡатындың үгеҙен аманат итеп алып ҡала.

4 Ярлыларҙы юлдан ситкә ҡыуа – Барса фәҡир йәшенергә мәжбүр була.

5 Мохтаждар, ҡырағай ишәктәр кеүек, Ризыҡ эҙләп сүллек, ҡоро дала гиҙә; Башҡа нисек балаларын туйындырһын?

6 Яттарҙың баҫыуынан башаҡ йыялар, Залимдарҙың баҡсаһынан ҡалдыҡ йөҙөм сүпләйҙәр.

7 Кейер кейем, ябыныр нәмә юҡ, Һыуыҡта яланғас килеш йоҡлайҙар.

8 Тауҙарҙа һалҡын ямғырҙа һыуланышып, Ышыҡ тапмай ҡаяларға һыйыналар.

9 Етем сабыйҙы күкрәктән айыралар, Бурысын ҡаплатыр өсөн ярлының балаһын алалар.

10 Кейем әҫәрҙәре юҡ, яланғастар, Көлтә ташыйҙар, ә ҡарындары ас.

11 Зәйтүн ағастары араһында май һығалар, Йөҙөм һуты сығаралар, ә үҙҙәре сарсауҙан йонсойҙар.

12 Ҡалала – үлем сигендәгеләр ыңғыраша, Яралылар ярҙам һорап иңрәй, Әммә Алла доғаларын иғтибарға алмай!

13 Яҡтылыҡҡа ҡаршы баш күтәргәндәр бар, Улар нурлы юлды танымайҙар, Нур юлы алып барған яҡҡа бармайҙар.

14 Үлтереүсе ҡараңғынан тора, Юҡһыл менән ярлының ғүмерен ҡыя, Ә төн етһә, урлашырға сыға.

15 Зинасының күҙе эңер көтә, „Бер кем дә мине күрмәй!“ – тип йөҙөн ҡаплай.

16 Ҡараҡ ҡараңғыла диуарҙа ярыҡ яһай, Яҡтылыҡ тигәнде белмәй, көндөҙ боҫа.

17 Ҡараңғылыҡ улар өсөн – таң нурылай, Ҡараңғылыҡ дәһшәте – уларға әшнә.

18 Яуыздар бит һыу өҫтөндәге күбеккә оҡшаш, Ерҙә уларҙың биләмәһе ҡәһәрле, Йөҙөм баҡсаларына бер кем дә аяҡ баҫмаҫ.

19 Ҡоролоҡ менән эҫелек ҡар һыуҙарын йотҡан һымаҡ, Гонаһлыларҙы үлеләр донъяһы ялмап алыр.

20 Хатта уларҙы әсә ҡарыны ла онотор, Бары ҡорттар ғына тәмләп ашар. Һис кем уларҙы хәтергә алмаҫ – Золом ағас һымаҡ һыныр.

21 Улар түлһеҙ ҡатындарға яманлыҡ ҡылыр, Тол ҡатындарға яҡшылыҡ күрһәтмәҫ.

22 Улар үҙ көсө менән көслөнө лә һөйрәп ергә бәрер. Улар тороп баҫыр, әммә үҙ ғүмере өсөн ышанысы ҡалмаҫ.

23 Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.

24 Бер аҙ үрләүҙәре булыр – юҡҡа сығырҙар, Башҡалар кеүек үк йығылырҙар, йыйып алынырҙар, Башаҡ кеүек ҡырҡылып төшөрҙәр.

25 Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер? Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan