Әйүп 21 - Изге ЯҙмаӘйүптең етенсе телмәре: Ни өсөн яуыздар йәшәй? 1 Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: 2 «Әйткәнемде диҡҡәт биреп тыңлағыҙсы, Мине йыуатыуығыҙ шул булһын. 3 Мин һөйләп бөтөргәнсе генә түҙегеҙ, Унан, теләһәгеҙ, көлөрһөгөҙ. 4 Мин кешеләрҙән зарланаммы ни? Шулай булғас нисек сабыр итәйем һуң? 5 Ҡарағыҙ миңә – һушығыҙ китер, Ҡулығыҙ менән ауыҙығыҙҙы ҡапларһығыҙ. 6 Уйлаһам, хатта үҙем дә ҡурҡам – Бөтөн тәнем ҡалтырауға ҡала. 7 Ни өсөн яуыздар йәшәй, Өлкәнәйгән һайын ҡеүәттәре арта бара? 8 Уларҙың балалары һәр саҡ эргәләрендә, Нәҫелдәре күҙ алдында. 9 Өйҙәре имен, бер ниндәй ҡурҡыныс юҡ, Алланың таяғы баш өҫтәрендә янамай. 10 Үгеҙҙәренең орлоғо әрәм булмай, Һыйырҙары йыл һайын быҙаулай, Быҙауын һалмай. 11 Бала-сағалары көтөү булып йөрөй, Бәрәстәр кеүек һикерәнләп уйнай. 12 Дөңгөр һуғып, арфа сиртеп бейешәләр, Һыбыҙғыға ҡушылышып йырлайҙар. 13 Ғүмерҙәре муллыҡта үтә, Тыныслыҡта улар үлектәр донъяһына китә. 14 Ә бит Аллаға: „Кит беҙҙән, – тиҙәр. – Һинеңсә йәшәргә теләмәйбеҙ. 15 Кем ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, Уға хеҙмәт итергә? Уға доға ҡылыуҙан ни фәтүә?“ 16 Әммә муллыҡтары уларҙың үҙ ҡулдарында түгел. Ҡуй, яуыздарҙың өгөтө минән алыҫ торһон! 17 Яуыздарҙың шәме йыш һүнәме лә, Баштарына ҡайғы-хәсрәт киләме? Алла асыуланған сағында уларға ғазап бирәме? 18 Нисә тапҡыр ел осорған һалам һымаҡ, Дауыл елгәргән кәбәк кеүек булдылар? 19 „Алла язаны уларҙың Балаларына һаҡлап тора“, – тиһегеҙме? Юҡ, әжерен үҙҙәренә бирһен, белһендәр. 20 Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен. 21 Юҡһа, ғүмерҙәре бөткәс, көндәренең ахыры килгәс, Ғаиләһендә уларҙың ни ҡайғыһы бар? 22 Иң юғарылағыларҙы ла хөкөм ҡылыусы Аллаға Кем аҡыл өйрәтә алыр? 23-24 Берәү көсө ташып торған саҡта, Тәне һау-сәләмәт, һөйәгендә елеге тулып торғанда, Тыныс һәм етеш тормошта күҙен йомор. 25 Башҡа берәү ғазап сигеп, Һис рәхәтлек күрмәй китеп барыр. 26 Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр, Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр. 27 Беләм нимә уйлағанығыҙҙы, Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанығыҙҙы. 28 Әйтерһегеҙ: „Ҡайҙа һуң затлының йорто? Яуыздар йәшәгән сатыр ҡайҙа?“ 29 Юлаусыларҙан һорашманығыҙмы ни? Күргәндәрен иҫәпкә алманығыҙмы? 30 Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә. 31 Кем дөрөҫлөктө битенә бәреп әйтер? Кем ҡылғанының ҡонон ҡайтарыр? 32 Мәйетен зыяратына алып барғанда Ҡәберенә ҡарауыл ҡуйырҙар. 33 Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр, Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан, Һанһыҙ артынан оҙатып барыр. 34 Ниңә кәрәк миңә юҡ-бар йыуатыуҙарығыҙ? Яуаптарығыҙ бит тотош ялған». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia