Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 17 - Изге Яҙма

1 Рухым һынды минең, көндәрем бөтә, Инде мине ҡәбер көтә.

2 Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар.

3 Эй Алла, Үҙ-Үҙең алдында йолоп алыусым бул! Башҡа кем һуң миңә ярҙам ҡулы һуҙыр?

4 Сөнки уларҙың зиһенен Үҙең томаланың, Шуға күрә уларға еңеү ҡаҙандырмаҫһың.

5 Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең Балаларының күҙ нуры һүнер.

6 Алла мине кешеләр алдында ғибрәт итте, Улар минең битемә төкөрә.

7 Ҡайғы-хәсрәттән күҙҙәрем томаланды, Кәүҙәмдән тик шәүлә тороп ҡалды.

8 Намыҫлы кешеләр быға хайран ҡалыр, Ғәйепһеҙҙәр аллаһыҙҙарға ҡаршы сығыр,

9 Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.

10 Әммә һеҙ һәммәгеҙ ҙә йәнә килегеҙ – Арағыҙҙан бер аҡыллы кеше таба алмайым.

11 Ғүмерем үтте, ниәттәрем емерелде, Күңелемдең теләктәре селпәрәмә килде.

12 Ә улар төндө көн тип раҫлай; Ҡараңғыла: „Яҡтылыҡ яҡын ул!“ – тип иҫбатлай. Әммә әйләнәлә бары ҡараңғылыҡ.

13 Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа, Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм,

14 Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“, Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм,

15 Ҡайҙа һуң минең өмөтөм? Минең өмөтөмдө кем күрер?

16 Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan