Әйүп 16 - Изге ЯҙмаӘйүптең бишенсе телмәре: Ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ 1 Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: 2 «Бындай һүҙҙәрҙе мин күп ишеттем, Һеҙ барығыҙ ҙа бахыр йыуатыусылар. 3 Буш һүҙҙәрегеҙгә сик булырмы? Ниңә шул тиклем үрәпсейһегеҙ – Ауыртҡан урынығыҙға тейҙемме? 4 Һеҙ минең урынымда булһағыҙ, Мин дә һеҙҙең кеүек һөйләр инем; Аҡыллы ҡиәфәт менән баш сайҡап, Һеҙгә ҡаршы тәнҡит теҙер инем; 5 Ҡоро һүҙ менән йыуатыр, Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем. 6 Һөйләһәм дә, әрнеүем баҫылмаҫ, Тынһам да, һыҙланыуым кәмемәҫ. 7 Эй Алла, тәҡәтемде ҡороттоң, Бар яҡындарымды һәләк иттең. 8 Тиремде йыйырсыҡтар менән ҡапланың – Был миңә ҡаршы шаһитлыҡ итә. Ҡоро һөйәк ҡалыуым да миңә ҡаршы һөйләй. 9 Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә. 10 Кешеләр ауыҙ күтәреп мыҫҡыл итә, Мәсхәрә менән сикәмә саба; Барыһы миңә ҡаршы берләшә. 11 Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы. 12 Рәхәт кенә ғүмер итеп ятҡан саҡта, Ул мине селпәрәмә емерҙе, Үңәсемдән аймап, яраланы, Мине Үҙенә сәп итеп ҡуйҙы. 13 Уҡсылары ян-яғымдан солғап алды, Эс-бауырымды аяуһыҙ үтә тиште, Үтем ергә түгелде. 14 Тәнемдән умырып ала, яра һала, Һуғышсы һымаҡ ҡабат-ҡабат ташлана. 15 Ҡыл кейем тектем тәнемде ҡаплар өсөн, Ғорурлығымды саңға-туҙанға һалдым. 16 Ҡыҙарынды битем күп илауҙан, Үлем шәүләһе ҡунды күҙ ҡабағыма. 17 Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак. 18 Һеңдермәһәңсе ҡанымды, тупраҡ! Зарлы тауышым тынып ҡалмаһын! 19 Ә шулай ҙа күктә минең Шаһитым бар, Яҡлаусым бар минең юғарыла. 20 Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә. 21 Кеше менән кеше араһындағы дәғүәне хәл иткәндәй, Алла менән кешене яраштырған берәү булһасы. 22 Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia