Әйүп 15 - Изге ЯҙмаӘлифаздың икенсе телмәре: Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын? 1 Темандан килгән Әлифаз былай яуапланы: 2 «Аҡыллы ир елдән килгән белем менән яуап ҡайтарырмы? Ҡорһағын көйҙөргөс ел менән тултырырмы? 3 Мәғәнәһеҙ һүҙ, файҙаһыҙ хәбәр менән Ҡаршы һөйләп маташырмы? 4 Һин хатта Алланан ҡурҡыуыңды ташлағанһың, Уның хаҡында уйланыуҙы ваҡлыҡ тип иҫәпләйһең. 5 Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең. 6 Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың, Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең. 7 Әллә һин әҙәм затының тәүгеһеме? Тауҙарҙан әүәл яратылдыңмы? 8 Алланың кәңәшмәһендә ҡатнаштың да Бөтөн аҡылды үҙеңә тупланыңмы? 9 Беҙ белмәгән нимә мәғлүм һиңә? Беҙ аңламаған нимәне һин төшөндөң? 10 Арабыҙҙа сал сәслеһе, ҡарты ла бар, Улар атаңдан да өлкәнерәк. 11 Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары, Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы? 12 Ниңә күңелең шулай шашына? Ниңә күҙҙәрең ут сәсеп тора? 13 Ниңә рухыңды Аллаға ҡаршы йүнәлткәнһең, Ауыҙыңдан шундай һүҙҙәр сыға? 14 Кем ул кеше – пак булырға? Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын? 15 Ҡара, хатта Үҙенең фәрештәләренә ышанмаған, Күктең сафлығын мөрхәтһенмәгән Алла 16 Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән, Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы? 17 Тыңла мине, һиңә теүәл генә әйтеп бирәм, Ни күргәнмен, бөтәһен дә бәйән итәм. 18 Аҡыл эйәләре өйрәткәнде, Аталарынан өйрәнгәнде йәшермәй һөйләйем. 19 Ер бит бары уларға бирелгән, Араларына яттар кермәгән булған. 20 Яуыз әҙәмдең ғүмере ғазап эсендә үтер, Иҙеүсегә бирелгән йылдар һанаулы. 21 Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер. 22 Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ, Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор. 23 „Ҡайҙан алайым?“ – тип зарығып икмәк эҙләр, Ҡара көндәре еткәнен белер. 24 Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр. 25 Сөнки ул Аллаға ҡаршы ҡул күтәрҙе, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡаршы майҙан тотто. 26 Ҡалын ҡалҡанын тотоп, баш сөйөп, Тиҫкәреләнеп, Уға ҡаршы ташланды, 27 Күҙҙәрен май бөргән, Һимеҙ ҡорһағы һәленеп төшкән хәлдә. 28 Ул таланған ҡалаларҙа, Кешеләре ташлап киткән, Емерелергә торған өйҙәрҙә йәшәр. 29 Инде бай булмаҫ, мөлкәте юҡҡа сығыр, Биләмәләре ерҙә йәйелмәҫ. 30 Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр. 31 Юҡ-барға ышанып, үҙен-үҙе алдамаһын, Сөнки эшенең әжере лә юҡ-бар буласаҡ. 32 Тейешлеһен ваҡытынан алда алып бөтөр, Ботаҡтары инде йәшелләнмәҫ. 33 Емешен өлгөрмәҫ борон ҡойған йөҙөм, Сәскәһен ҡойған зәйтүн ағасы һымаҡ булыр. 34 Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор. 35 Улар, яуызлыҡтан ауырға ҡалып, бәлә тыуҙырыр, Ҡарындары хәйлә менән тулыр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia