Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 12 - Изге Яҙма


Әйүптең дүртенсе телмәре: Һеҙҙә булған аҡыл миндә юҡмы?

1 Әйүп былай тип яуапланы:

2 «Ай-һай, бигерәк белдекле халыҡһығыҙ! Моғайын, аҡыл да һеҙҙең менән бергә харап булыр!

3 Һеҙҙә булған аҡыл миндә юҡмы? Бер ерем менән дә һеҙҙән кәм түгелмен. Һеҙ белгәнде, йә, кем белмәй?

4 Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.

5 Зарһыҙ зарлыға тәкәббер ҡарай, Аяғы тайһа, төртөп ебәрер.

6 Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.

7 Кил, ҡырағай йәнлектәрҙән һора – өйрәтерҙәр, Күктәге ҡоштарҙан – аңлатырҙар.

8 Тупраҡҡа әйт, һиңә төшөндөрһөн, Диңгеҙҙәге балыҡтарҙан һора – һөйләп бирһен.

9 Бар нәмәне Раббының ҡулы яһаған – Уларҙың ҡайһыһы быны белмәй?

10 Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.

11 Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай түгелме ни?

12 Аҡһаҡалдарҙа аҡыл бар, Оҙон ғүмерлеләр – зирәк була.

13 Аллала – аҡыл да, ҡөҙрәт тә бар, Нәсихәт тә, ғилем дә бар Унда.

14 Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.

15 Ул һыуҙарҙы туҡтатһа – ҡоролоҡ булыр, Ебәрһә, ерҙе һыу баҫыр.

16 Көс тә, хикмәт тә Унда; Алдаған да, алданған да Уның ихтыярында.

17 Кәңәшселәрҙе ялан аяҡ ҡыуалар, Хөкөмдарҙарҙы алйотландырыр.

18 Батшаларҙың билбауҙарын тартып өҙөр, Билдәренә әләм-һәләм бәйләтер.

19 Ҡаһиндарҙы ялан аяҡ ҡыуалар, Аяҡта ныҡ баҫып торғандарҙы алып ырғытыр.

20 Иң ышаныслы кәңәшселәрҙе телдән яҙҙырыр, Аҡһаҡалдарҙың зиһенен алыр.

21 Аҫыл заттарҙы мәсхәрәгә төшөрөр, Көслөләрҙең ҡайышын систерер.

22 Ҡараңғылыҡтың тәрәнлектәрен асыр, Дөм ҡараңғылыҡты яҡтыға сығарыр.

23 Ҡәүемдәрҙең береһен күтәрер, береһен һәләк итер, Ҡайһыһын күбәйтер, икенселәрен таратыр.

24 Халыҡтарҙың башлыҡтарының зиһенен алыр, Юлһыҙ сүллектә аҙаштырып ҡалдырыр –

25 Ҡараңғыла ҡапшанып йөрөрҙәр, яҡтылыҡ күрмәҫтәр, Иҫерек шикелле сайҡалырҙар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan