Әйүп 11 - Изге ЯҙмаСофарҙың беренсе телмәре: Алла ғәйептәреңдең ҡайһы береһен онотто әле 1 Нағаманан килгән Софар былай яуапланы: 2 «Был тиклем һүҙ яуапһыҙ ҡалһынмы? Күп һөйләгән хаҡлы һаналһынмы? 3 Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме? 4 Аллаға: „Инанысым дөрөҫ, Һинең күҙеңдә мин пакмын“, – тиһең. 5 Әммә әгәр Алла ауыҙ асып, Һиңә яуап бирергә теләһә, 6 Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле. 7 Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең Сиктәренә олғаша белерһеңме? 8 Ул күктән юғарыраҡ – һин нимә эшләй алырһың? Үлеләр донъяһынан да тәрән – һин нимә белә алырһың? 9 Уның үлсәмдәре ер йөҙөнән оҙонораҡ, Диңгеҙҙәрҙән киңерәк. 10 Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа, Кем Уны туҡтата алыр? 11 Ул алдаҡсыларҙы таный: Яуызлыҡты күрә тороп күҙ йомормо? 12 Ахмаҡҡа аҡыл ингәнсе, Ҡырағай ишәк кешегә әйләнер. 13 Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң, Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң, 14 Ҡылған гонаһтарыңдан ваз кисһәң, Сатырыңды яуызлыҡ төйәк итмәһә, 15 Шул сағында йөҙөңдө оялмай күтәрә алырһың, Ҡурҡыу белмәй, аяғыңда ныҡ баҫып торорһоң. 16 Шул ваҡытта хәсрәтеңде оноторһоң, Ағып киткән һыу һымаҡ ҡына иҫләрһең. 17 Тормошоң көн үҙәгенән дә сағыуыраҡ булыр, Ҡараңғылығы таң нуры һымаҡ балҡып торор. 18 Тыныс булырһың, сөнки һинең өмөтөң бар, Яҡ-яғыңды байҡап, рәхәтләнеп ятырһың. 19 Йәйрәп ятырһың, бер кемдән ҡурҡмай, Күптәр һиңә ярарға тырышыр. 20 Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia