Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 10 - Изге Яҙма

1 Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.

2 Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?

3 Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?

4 Әллә Һинең дә күҙҙәрең әҙәм балаһыныҡы һымаҡмы? Кеше нисек күрә, Һин дә шулай күрәһеңме?

5 Көндәрең кешенекеләй һанаулымы? Йылдарың бәндәнеке һымаҡ ҡыҫҡамы?

6 Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме, Гонаһ табырға маташаһыңмы?

7 Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.

8 Ҡулдарың миңә һын-рәүеш бирҙе, әүәләне; Инде, кире уйлап, мине емерергә теләйһеңме?

9 Иҫеңдәме, мине балсыҡтан яһаның, Ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһыңмы?

10 Һин мине һөт һымаҡ түгеп, Эремсек кеүек ҡуйыртманыңмы?

11 Мине ит һәм тире менән кейендерҙең, Һеңер, һөйәктәр менән беркеттең.

12 Йәшәү бирҙең, һөйөүеңде бүләк иттең, Йәнемде хәстәрләп һаҡлап торҙоң.

13 Әммә йөрәгеңдә башҡа уйҙы йәшереп тотҡанһың, Беләм, ниәтеңдә былар булған:

14 Мине күҙәтеп торорға, Әгәр гонаһ ҡыла ҡалһам, Ғәйебемде язаһыҙ ҡалдырмаҫҡа.

15 Ғәйепле булһам – бөттө баш! Әммә хаҡ булһам да, башымды ҡалҡыта алмам. Түбәнһетеүҙәрҙән ғарыҡ булдым, хәсрәтемдән иҫерекмен.

16 Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.

17 Миңә ҡаршы яңынан-яңы шаһиттар сығараһың, Асыуыңды ҡабартаһың, Ғәскәрҙәрең тулҡын-тулҡын булып ябырыла.

18 Ниңә Һин мине әсәм ҡарынынан сығарҙың? Бер кем күрмәҫ борон үлер инем!

19 Әйтерһең, бөтөнләй булмағандай, Әсә ҡарынынан туп-тура ҡәбергә күсер инем!

20 Йәшәр көндәрем самалы ғына түгелме ни? Ҡалдырһаңсы мине, саҡ ҡына күңелем асылһын

21 Ҡайтып булмаҫ ергә киткәнемә тиклем, Ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе иленә,

22 Дөм ҡараңғы, үлем шәүләһе баҫҡан, Һис бер тәртип булмаған бер тарҡау ергә, Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булған урынға».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan