Әйтемдәре 7 - Изге Яҙма1 Улым! Минең һүҙемде тот, ҡушҡанымдан аслан сыҡма. 2 Өгөтөмдө тотһаң, көн күрерһең; өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла. 3 Йөҙөк ише бармағыңа кей уларҙы, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй. 4 Аҡылға әйт: «Һин – минең һеңлем!» зирәклекте «туғаным» тип ата. 5 Улар һине кеше ҡатынынан, татлы телле ят ҡатындан аралар. 6 Бер мәл тәҙрәнән ҡараһам, тәҙрә рәшәткәһе аша күҙ һалһам, 7 бер ҡатлы йәштәр төркөмө араһында иҫәр бер егет күҙгә салынды. 8 Ул урам буйлап килде лә, ирле ҡатын өйөнә табан йүнәлде – 9 эңер төшкәндә, төн ҡараңғылығына ышыҡланып. 10 Бына уның ҡаршыһына фәхишәләй кейенгән хәйләкәр ҡатын сыҡты. 11 Өйөндә ултырып сыҙамаған, тотанаҡһыҙ, йөрөмтәл ҡатын ине ул. 12 Бер урам ҡыҙыра, бер майҙанға сыға, мөйөш һайын ҡорбанын һағалап йөрөй. 13 Бына ул теге егетте ҡосаҡлап алды, уны үбә-үбә хаяһыҙ йөҙ менән: 14 «Татыулыҡ ҡорбаны килтерҙем, нәҙеремде бөгөн үтәнем. 15 Шуға күрә һине күрергә тип ҡаршы сыҡтым, һине эҙләгәйнем, бына, таптым. 16 Түшәгемә парсалы мысыр туҡымалары йәйҙем. 17 Хуш еҫле баҙыян бөрктөм түшәгемә, дәрсен менән йөҙйәшәр һирптем. 18 Кер, әйҙә, таң атҡансы мөхәббәттән илерербеҙ, һөйөп-һөйөлөп төнөбөҙҙө үткәрербеҙ. 19 Ирем өйҙә юҡ, алыҫ юлға сығып китте. 20 Үҙе менән бер янсыҡ көмөш алды, ай тулғансы ҡайтып кермәҫ әле». 21 Алдап-йолдап уны ҡыҙыҡтырҙы, тәмле теле менән үҙ ауына эләктерҙе. 22-23 Салыуға алып барылған үгеҙ һымаҡ, бауырын уҡ үтәнән үтә тишкәнгә тиклем, был ахмаҡ тоҙаҡҡа баҫа, йәненән яҙырын аңламайса, ауға табан осҡан ҡошсоҡ һымаҡ, уның артынан эйәрә. 24 Эй уландарым, тыңлағыҙ мине, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ, 25 күңелегеҙ ул ҡатындың юлына табан боролмаһын, уның һуҡмағына аслан аяҡ баҫмағыҙ. 26 Сөнки ундай ҡатын күпме кешене ҡорбан итте, ни ҡәҙәр әҙәмдең башына етте. 27 Уның өйө – үлеләр донъяһына юл, ҡәбергә алып төшә ул. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia