Әйтемдәре 6 - Изге ЯҙмаТормош өсөн кәрәк иҫкәрмәләр 1 Улым, әгәр ҙә башҡа өсөн яуаплылыҡ йөкләһәң, уны үҙеңдең иңеңә алһаң – 2 биргән һүҙеңдең ауына ҡаптың, ауыҙыңдан сыҡҡан вәғәҙәңдең ҡолона әйләндең. 3 Улым, үҙеңде ҡотҡарыу сараһын күр, һин ул кешенең ҡулына төштөң: уның янына бар, аяғына йығыл, ялбар, 4 күҙҙәреңә йоҡо бирмә, керпектәрең дә ауыраймаһын; 5 үҙеңде һунарсы ҡулынан ғәзәл һымаҡ, ау ҡороусынан ҡош һымаҡ ҡотҡар. 6 Эй ялҡау, ана ҡырмыҫҡаға баҡ, уның тырышлығын күреп, аҡыл ал: 7 уның өҫтөнән түрә лә, күҙәтсе лә, хөкөмдар ҙа юҡ; 8 әммә ул йәй буйы аҙыҡ туплай, ураҡ мәлендә үҙҙәренә ем әҙерләй. 9 Күпме ятырға була, эй ялҡау, йоҡонан торор ваҡыт түгелме? 10 Йәнә әҙерәк йоҡлап, серем итһәң, ҡул ҡаушырып тағы ултыра бирһәң – 11 өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер, ҡораллы баҫҡынсы булып нужа һөжүм итер. 12 Йүнһеҙ әҙәм, яман кеше ауыҙынан ялған һибә; 13 йә күҙ ҡыҫа, аяҡ тыпырлата, йә бармағы менән ишаралай. 14 Йөрәгендә уның һәр саҡ мәкер, һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ уйлап йөрөй, ҡайҙа барһа ла, тауыш сығара. 15 Шуға күрә һәләкәте ҡапыл булыр, шифа тапмай, ҡотолғоһоҙ харап булыр. 16 Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар: 17 тәкәббер ҡараш, ялғансы тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойған ҡулдар, 18 маҡсаты яманлыҡ булған йөрәк, яуызлыҡҡа ашығыусы аяҡ, 19 тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит, ағай-эненең араһын бутаған зат. 20 Улым, атайыңдың бойороҡтарын тот, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма! 21 Уларҙы һәр ваҡыт йөрәгеңдә һаҡла, мунсаҡ һымаҡ, муйыныңда тағып йөрө. 22 Улар, юлға сыҡһаң, һине етәкләп алырҙар, йоҡларға ятһаң, һаҡлап торорҙар, уянғаныңда һөйләшерҙәр. 23 Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл. 24 Улар һине яман ҡатындан аралар, юха телле ят ҡатындан ҡурсалар. 25 Ул ҡатындың сибәрлеге йөрәгеңде өтмәһен, керпек ҡағыуҙары ҡол итмәһен, 26 сөнки аҙғын ҡатын бер һыныҡ икмәккә ҡалдыра, сит ҡатын йәнеңдән яҙҙыра. 27 Кеше ҡуйынында ут йөрөтә алырмы? Кейгән кейеме янмаҫмы? 28 Тере ҡуҙ өҫтөнән атлап йөрөп, аяғыңды бешермәү мөмкинме? 29 Күршеһенең ҡатыны менән йөрөгән кешенең дә хәле шулай; кем ундай ҡатынға ҡағыла, язаһыҙ ҡалмай. 30 Ҡараҡ аслыҡтан, тамаҡ ялғар өсөн урлаһа, кешеләр уға артыҡ хур баҡмаҫ. 31 Ә шулай ҙа тотһалар, ете ҡат арттырып түләтерҙәр, бөтә мөлкәтен тартып алырҙар. 32 Зина ҡылыусының аҡылы юҡ, бындай кеше үҙ йәнен үҙе ҡыя. 33 Өлөшөнә таяҡ менән мәсхәрә төшөр; хурлығы юйылмаҫ булыр. 34 Сөнки көнсөллөк – ирҙе ярһытҡыс бер көс ул, үс алған сағында аяп тормай. 35 Ул бер ниндәй хаҡ та ҡабул итмәҫ, нимә бирһәләр ҙә, ризалашмаҫ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia