Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 5 - Изге Яҙма


Уйнашҡа ҡаршы киҫәтеү

1-2 Улым, айыҡ аҡыл йөрөтөр өсөн, ирендәрең белемеңде һаҡлаһын өсөн, мин биргән аҡылға күңел һал, әйткән фекеремде һанла.

3 Кеше ҡатынының ирененән бал тама, теле майҙай йомшаҡ яғыла –

4 ләкин аҙағында – әрем әселеге, ике яҡлы үткер ҡылыстай – хәүефе.

5 Уның аяҡтары үлем юлына төшә, аҙымдары үлеләр донъяһына йүнәлә.

6 Ул йәшәү юлын бар тип тә белмәй, тайғаҡ юлдан йөрөүен үҙе лә һиҙмәй.

7 Тимәк, уландар, әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, телемдән төшкән һүҙҙәрҙән тайпылмағыҙ.

8 Ундай ҡатындан йыраҡ тор, уның тупһаһына яҡын барма.

9 Юҡһа абруйыңды башҡаларға бирерһең, ғүмереңде залимдарға исрафларһың;

10 көс-ҡеүәтеңдән яттар кинәнер, михнәт менән тапҡаның икенсе йортҡа китеп торор.

11 Тәнең һулып, ҡоро һөйәк ҡалғас, ғүмер ахырыңда ыңғырашырһың:

12 «Өгөт-нәсихәтте ниңә тыңламаным, ниңә йөрәгем шелтәләрҙе кире ҡаҡты,

13 остаздарымдың өйрәткәнен алманым, кәңәш биргәндәрҙе һанламаным?

14 Бөтөн йәмғиәт алдында хурлыҡҡа саҡ төшмәй ҡалдым».

15 Һыуҙы үҙ һаҡлағысыңдан алып эс, сарсауыңды үҙ ҡоҙоғоңдоң һыуы менән баҫ.

16 Шишмәң урамдар буйлап аҡмаһын, ташҡындай майҙандарға тулмаһын.

17 Ул тик бары үҙеңдеке булһын, яттар менән уны уртаҡлашма.

18 Инешеңдең һыуы бәрәкәтле булһын, йәштән алған ҡатыныңдың рәхәтен күр.

19 Һөйкөмлө боланыңдың, гүзәл ҡоралайыңдың күкрәктәре һәр ваҡыт кинәнескә сорнаһын, – уның һөйөүе менән ләззәтләнеп йәшә.

20 Ниңә, улым, сит ҡатындан башың юғалтырға, кеше ҡатынының ҡуйынына һыйынырға?

21 Кешенең юлы Раббының күҙ алдында, уның һәр аҙымын үлсәй Раббы!

22 Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,

23 тәрбиәһеҙлеге арҡаһында харап була, аҙғын ахмаҡлығы башына етә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan