Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 30 - Изге Яҙма


Агурҙың һүҙҙәре

1 Масса ырыуынан Яҡы улы Агурҙың әйткәндәре. Был кеше Иҫиилға, Иҫиилға һәм Ухалға бына ниҙәр тине:

2 Ысынлап та, мин барлыҡ кешеләрҙән дә томанараҡмын, кешенең аҡыл-зирәклеге миндә юҡ икән.

3 Мин зирәклеккә өйрәнмәнем, Изге Затты белмәгәнмен.

4 Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.

5 Алланың һәр әйткәне һыналған һәм саф: Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.

6 Һүҙҙәренә Уның бер һүҙ ҡушма, юҡһа һине фашлар – алдаҡсы булырһың.

7 Ике әйбер Һинән һорайым, мин иҫән саҡта үтенесемде кире ҡаҡма:

8 алдаҡ менән юҡ-бар һүҙҙе яҡын юлатма, хәйерселек тә, байлыҡ та бирмә миңә, миңә көндәлек икмәгемде бир.

9 Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.

10 Хеҙмәтсене хужаһы алдында яманлама, юғиһә ул һине ҡарғар ҙа, үҙең ғәйепле булып ҡалырһың.

11 Атаһын ҡәһәрләгән һәм әсәһенә фатиха теләмәгән заттар була.

12 Үҙ күҙендә таҙа булып күренгән, ләкин нәжесенән таҙармаған заттар була.

13 Күҙҙәре шундай тәкәббер, һауалы ҡараған заттар була.

14 Кешеләрҙең ярлыларын тамаҡламаҡ, мохтаждарын ер йөҙөнән юймаҡ булған, теше – гүйә ҡылыс, теш ҡаҙнаһы – бысаҡ һымаҡ заттар була.

15 Һөлөктөң ике ҡыҙы бар: «Бир, бир», – тиҙәр. Һис ҡасан туйыу белмәҫ өс нәмә, «Етер», – тимәгән дүрт нәмә бар:

16 ул да булһа ҡәбер, түлһеҙ ҡорһаҡ, һыуға туймаҫ ҡоро тупраҡ, һәм «етер!» тигәнде белмәҫ ут-ялҡындыр.

17 Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.

18 Мине хайран ҡалдырған өс, аҡыл етмәҫ дүрт нәмә бар:

19 ул да булһа, күк йөҙөндә бөркөт юлы, ҡаҡ ҡаяла йылан юлы, диңгеҙ уртаһында карап юлы, ир-егеттең ҡыҙ-ҡырҡынға юлы.

20 Зинасы ҡатындың да юлы шулай; ашар ҙа ауыҙын һөртөр: «Яман эш ҡылманым», – тиер.

21 Өс нәмәнән ер һелкенә, дүрт нәмәне күтәрә алмай:

22 ул да булһа, батша булған ҡолдо, күбенгәнсе ашаған алйотто,

23 хурлыҡҡа төшкән ҡатындың кейәүгә сығыуын, хужабикәһенең урынын алған ҡол ҡатынды.

24 Ер йөҙөндә кескәй дүрт зат барҙыр, улар бик аҡыллы:

25 ул да булһа, ҡырмыҫҡа – көсһөҙ халыҡ, ләкин ашар аҙығын йәй хәстәрләй;

26 дамандар ҙа көслө түгел, тик ҡая булыр торор ерҙәре;

27 сиңерткәнең юҡ батшаһы, ләкин саф-саф булып бара;

28 кеҫәрткене ҡулың менән тотһаң була, ләкин батша һарайына үтеп инә.

29 Ғорур һынлы өс нәмә, ныҡлы баҫҡан дүрт нәмә бар:

30 ул да булһа, йәнлектәр араһында иң көслө арыҫлан, һис берәүгә юл бирмәҫ ул,

31 ғорур әтәс, тәкә һәм дә ғәскәр етәкләгән батша.

32 Алйотланып танау сөйһәң, ниәтеңдә золом булһа, усың менән ауыҙыңды яп,

33 сөнки ҡаймаҡ болғауҙан май яҙыла, танауға һуғыуҙан ҡан ағыла, асыуҙы ҡыҙҙырыуҙан ыҙғыш ярала.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan