Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 3 - Изге Яҙма

1 Улым, мин өйрәткәнде онотма, бойороҡтарымды йөрәгеңдә һаҡла;

2 сөнки улар ғүмереңде оҙонайтыр, имен йәшәр йылдарыңды арттырыр.

3 Мәрхәмәт менән тоғролоҡ һине ташламаһын, уларҙы мунсаҡ итеп муйыныңа таҡ, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй –

4 шул саҡ үҙең дә Алла һәм кеше күҙендә мәрхәмәт табып, хөрмәт ҡаҙанырһың.

5 Үҙ белдегеңә таянма, бөтөн йөрәгең менән Раббыңа инан.

6 Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.

7 Үҙеңде аҡыл эйәһе тип һанама, Раббынан ҡурҡ, ямандан йыраҡ тор.

8 Был һинең тәнеңә сихәт бирер, һөйәгеңә ҡеүәт өҫтәр.

9 Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,

10 шулай итһәң, келәттәрең тулы булыр, мискәләрең йәш шараптан ташып торор.

11 Улым, Раббының һабағын кире ҡаҡма, Уның шелтәһенә йәнең көймәһен.

12 Атай кеше ғәзиз балаһын нисек шелтәләй, Раббы ла яратҡан бәндәһен шулай тәрбиәләй.

13 Аҡыл туплап, зирәклеккә ирешкән – бына кем ул бәхетле кеше!

14 Аҡыл туплау көмөш йыйыуҙан яҡшыраҡ, сөнки аҡыл алтындан затлыраҡ.

15 Аҫылташтарҙан да ҡиммәтлерәк аҡыл, һин теләгән бер нәмә лә уға тиң түгел.

16 Уның уң ҡулында – оҙон ғүмер, һул ҡулында байлыҡ менән шөһрәт булыр.

17 Уның юлдары – шатлыҡ юлдары, һуҡмаҡтары имен-аман булыр.

18 Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.

19 Раббы зирәк аҡылы менән ерҙең нигеҙен ҡорған, зирәклеге менән күкте нығытҡан.

20 Уның аҡылы менән упҡындар убыла, болоттар ергә ямғыр яуҙыра.

21 Улым, һин ошоно күҙ уңыңдан ысҡындырма: айыҡ аҡыл, уйлап эш итеү ҡеүәһен һаҡла.

22 Шулай итһәң, улар һинең йәнең өсөн – йәшәү, муйыныңа аҫыл мунсаҡ булыр.

23 Шул саҡ юлың имен-аман булыр, аяҡтарың иһә яҙа баҫмаҫ.

24 Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың, йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр.

25 Көтмәгәндә килер афәттәрҙән, яуыз бәндәләргә килгән бәләләрҙән ҡурҡма,

26 сөнки Раббы таянысың булыр, аяғыңды мәкер тоҙағынан һаҡлар.

27 Ҡулыңдан яҡшылыҡ килә икән, мохтаждарға игелек ҡыл.

28 Бөгөн бирерлек икәнһең, яҡыныңа: «Аҙаҡ кил, иртәгә бирермен», – тип әйтмә.

29 Һиңә ышанып, яныңда шик-шөбһәһеҙ йәшәгән яҡыныңа ҡарата кенә тотма.

30 Үҙеңә яманлыҡ ҡылмаған кеше менән сәбәпһеҙгә даулашма.

31 Башҡаларға йәбер ҡылғанға ҡыҙыҡма, уның юлын һайлама.

32 Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша.

33 Раббы яуыздарҙың йортона – ҡарғыш, иманлылар торлағына бәрәкәт бирә.

34 Кешенән көлгәндән Раббы Үҙе көлә, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә.

35 Аҡыллылар шөһрәт ҡаҙаныр, ахмаҡтар мираҫҡа хурлыҡ алыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan