Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 29 - Изге Яҙма

1 Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.

2 Тәҡүәләр күбәйгәндә – халыҡ һөйөнә, яуыз хаким булғанда – халыҡ ыңғыраша.

3 Аҡылды яратҡан улан атаһын шатландырыр, фәхишәләр менән сыуалған малын юғалтыр.

4 Батшаның хаҡ хөкөмө илде нығыта, ришүәт яратыуы – бөлдөрә.

5 Яҡынына ялағайланған – уның аяғына тоҙаҡ һалған.

6 Ямандың гонаһы үҙенә тоҙаҡтыр, яҡшы кеше йырлап, ҡыуанып йәшәр.

7 Тәҡүә әҙәм ярлының дәғүәһен ентекләп тикшерер, залим ул турала уйлап та бирмәҫ.

8 Тотанаҡһыҙ әҙәмдәр ҡалала бола сығарыр, аҡыллылар ярһыуҙы баҫыр.

9 Аҡыллы әҙәм ахмаҡты хөкөмгә алып барһа, ахмаҡ асыуланыр, мәсхәрәләп көлөр, һис кенә лә тына белмәҫ.

10 Йән ҡыйыусы ғәйепһеҙҙе күрә алмаҫ, намыҫлыны юҡ итергә тырышыр.

11 Ахмаҡ әҙәм асыуына ирек бирер, аҡыллы әҙәм уны тыйып торор.

12 Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.

13 Ярлы менән залимдың бер оҡшашлығы бар – икеһенә лә Раббы күҙ нурҙары бирә.

14 Әгәр батша ярлыларҙы ғәҙел хөкөм итә икән, уның тәхете мәңге ҡаҡшамаҫ.

15 Сыбыҡ менән өгөт аҡылға ултыртыр, үҙ яйына ҡуйылған бала әсәһенә хурлыҡ килтерер.

16 Яуыздар ишәйгән ерҙә гонаһ күбәйер, әммә тәҡүәләр уларҙың һәләкәтен күрер.

17 Балаңды тәрбиәлә – тыныс булырһың, ул һиңә ҡыуаныс килтерер.

18 Алланан асылыш юҡ икән – халыҡ йүгәнһеҙ; ҡанунға тоғролар мең бәхетле.

19 Ҡоро һүҙ менән генә ҡолдо тәрбиәләп булмай, бындай кеше аңлаһа ла, ҡолаҡ һалмаҫ.

20 Уйламай һүҙ һөйләгән кешене күргәнең бармы? Ундайҙарға ҡарағанда ахмаҡҡа өмөт күберәк.

21 Ҡолдо йәштән уҙындырһаң, яҡшылыҡҡа алып бармаҫ бындай аҙым.

22 Асыулы әҙәм янъял сығарыр, ҡыҙыу әҙәм золом арттырыр.

23 Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.

24 Ҡараҡты дуҫ иткән – үҙенә үҙе дошман; шаһиттарҙы саҡырғанда өндәшмәй ҡалыр.

25 Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.

26 Күптәр батшанан мәрхәмәт эҙләй, ләкин кеше ғәҙеллекте тик Раббынан табыр.

27 Ялғансылар – тәҡүәләргә ерәнгес, тура юлдан йөрөүселәр яуыздарға әшәке күренә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan