Әйтемдәре 27 - Изге Яҙма1 Иртәгәһе көн менән маҡтанма, һин уның нимә килтеререн белмәйһең. 2 Үҙеңде-үҙең түгел, башҡа кеше, үҙ ауыҙың түгел, бүтән телдәр һине маҡтаһын. 3 Таш ауыр, ҡом тос тарта, әммә ахмаҡтың рәнйетеүе икеһенән дә ауырыраҡ. 4 Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр? 5 Асыҡтан-асыҡ әйтелгән шелтә, йәшерен һөйөүҙән яҡшыраҡ. 6 Дуҫың һине яҡшылыҡ өсөн яралар, ә күрә алмаған бәндә күп үбер. 7 Тамағы туҡ әҙәм баллы кәрәҙҙе лә тапап үтер, тамағы асҡа әсе лә татлы күренер. 8 Тыуған яғынан айырылған кеше гүйә ояһын ташлап киткән ҡош. 9 Еҫле май һәм хуш еҫтәр йөрәккә ләззәт бирә, дуҫтың ихлас кәңәше күңелгә рәхәт. 10 Үҙ дуҫыңды ла, атаң дуҫын да ташлама, бәлә килһә, туғаныңа барма: эргәләге күршең йыраҡтағы ҡәрҙәшеңдән яҡшы. 11 Аҡыллы бул, улым, йөрәгемә шатлыҡ килтер – мине ғәйепләгәндәргә ҡайтарып әйтер һүҙем булыр. 12 Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер, бер ҡатлы һаман алға бара бирер ҙә, зыян күрер. 13 Ят кеше өсөн үҙенә яуаплылыҡ йөкмәгәндең кейемен ал, уны үҙеңә рәһен итеп ҡалдыр. 14 Иртә таңдан ҡысҡыра-ҡысҡыра күршене маҡтау уға ләғнәт уҡығандай булыр. 15 Мыжыҡ ҡатын ямғырлы көндө туҡтамай тамған һыу һымаҡ. 16 Ундай ҡатынды тыйыу – елде – бәйҙә, зәйтүн майын уста тотоу менән бер. 17 Тимерҙе тимер сарлар, кешене кеше үткерләр. 18 Инжир ағасын ҡарап үҫтергән уның емешен ашар, хужаһын хәстәрләгән – хөрмәт ҡаҙаныр. 19 Кешенең йөҙө һыуҙа сағылғандай, кешенең йөрәге лә йөрәктә сағыла. 20 Үлеләр донъяһы менән Һәләкәт урыны туймаған һымаҡ, кешенең күҙе лә туймай. 21 Алтын менән көмөш – утта, кеше маҡтау менән һынала. 22 Иҫәрҙе ашлыҡ менән бергә килегә һалып төйһәң дә, уны иҫәрлегенән айырып алып булмай. 23 Һарығыңдың хәл-әхүәлен бел, көтөүеңде яҡшылап көт; 24 сөнки байлыҡ мәңге түгел, таж да нәҫелдән-нәҫелгә күсмәй. 25 Үлән шиңеп, йәше ҡалҡып сыҡҡанда, тауҙарҙа бесән йыйып алынғанда, 26 бәрәстәр һине кейендерер, кәзәләреңде һатып, баҫыу алырһың. 27 Кәзәләрең мул һөт бирер, үҙеңә лә, ғаиләңә лә ризыҡ булыр, хеҙмәтсе ҡыҙҙарыңа ла эсергә етер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia