Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 26 - Изге Яҙма

1 Йәй уртаһындағы ҡар, ураҡ өҫтөндәге ямғыр һымаҡ, шөһрәт тә ахмаҡҡа килешле түгел.

2 Турғай һәм ҡарлуғас осоп киткән һымаҡ, нахаҡ ҡарғыш та кешегә төшмәҫ.

3 Атҡа – ҡамсы, ишәккә – нуҡта, ахмаҡ арҡаһына һуйыл килешә.

4 Тилегә тилеләрсә яуап бирмә, үҙең дә шуға оҡшарһың.

5 Тилегә тилеләрсә яуап бир, үҙен аҡыллымын тип уйламаһын.

6 Ахмаҡҡа йомош ҡушып ебәргән әҙәм үҙенең аяғын ҡырҡып ташлағандай ғазап сигер.

7 Ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ аҡһаҡтың сатан аяғы һымаҡ.

8 Ахмаҡҡа хөрмәт күрһәтеү – ташты һапҡыға бәйләп ҡуйыу менән бер.

9 Иҫерек ҡулындағы сәнскәкле ботаҡ нисек булһа, ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ ҙә шулай.

10 Үткенсе ахмаҡты эшкә алған кеше бөтәһен дә яралаған дыуамал уҡсы менән бер.

11 Үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайтҡан эт һымаҡ, ахмаҡ әҙәм дә иҫәрлеген ҡат-ҡат ҡабатлар.

12 Үҙен аҡыллыға һанаған затты күргәнең бармы? Ахмаҡ ул әҙәмдән күпкә өмөтлөрәк.

13 Ялҡау әҙәм: «Юлда арыҫлан! Урам буйлап йыртҡыс йөрөй», – тип тышҡа сыҡмаҫ.

14 Ишек – күгәнендә, ялҡау түшәгендә әйләнә.

15 Ялҡау әҙәм табаҡҡа ҡулын тығыр, тик ауыҙына еткергәнсе арыр.

16 Ялҡау үҙен сәсән телле ете кешенән дә зирәгерәк һанар.

17 Талашҡандар араһына ҡыҫылыу – урам этенең ҡолағынан тартыуға тиң.

18 Аҡылдан шашҡан әҙәм нисек утлы киҫәү ата, үлем сәсә,

19 яҡынына этлек эшләп, «Мин шаярттым ғына», – тигән кеше лә шулай булыр.

20 Утын бөтһә, усаҡта ут һүнә; ғәйбәтсе булмаған ерҙә ғауға тына.

21 Ҡыҙыулыҡ өсөн күмер, ут өсөн утын нисек булһа, Ыҙғышты ҡыҙҙырыу өсөн ғәйбәтсе шулай.

22 Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм, кешенең эс-бауырына үтеп инә.

23 Теле йомшаҡ, күңеле тулы яуызлыҡ булған кеше ялтырауыҡ ялатылған балсыҡ көршәк ише.

24 Ҡара уйлы әҙәмдең теле юха, ләкин күңелендә мәкер ята.

25 Тауышының яғымлылығына ышанма, йөрәгендә ете ҡәбәхәтлек йәшеренгән.

26 Нәфрәтен хәйлә аҫтында йәшерһә лә, яуызлығы йыйын алдында асылыр.

27 Кешегә соҡор ҡаҙған – үҙе төшөр, таш тәгәрәткән – уның аҫтында ҡалыр.

28 Ялған телле үҙ ҡорбандарын яратмай, юха телленең ауыҙында һәләкәт ята.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan