Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 24 - Изге Яҙма

1 Яман кешеләргә көнләшмә, улар менән бергә булырға тырышма,

2 күңелдәрендә йәбер-золом ниәтләйҙәр, телдәре яманлыҡ сәсә уларҙың.

3 Аҡыл менән йорт һалыныр, зиһен менән нығытылыр,

4 белем иһә бүлмәләрҙе затлы һәм күркәм әйберҙәр менән тултырыр.

5 Аҡыллы кеше ҡеүәтле булыр, белемле әҙәм үҙ көсөн арттырыр.

6 Һуғышыңды һәр яҡтан уйлап алып бар, уңыш кәңәшселәр күп урында була.

7 Ахмаҡ өсөн зирәклек артыҡ юғары, ҡала ҡапҡаһы төбөндә ауыҙын аса алмаҫ.

8 Золом ниәтләгәнде залим тиерҙәр.

9 Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.

10 Бәлә килгәндә тәҡәтһеҙ ҡалаһың икән, тимәк, көс-ҡеүәткә ярлыһың.

11 Үлемгә дусар ителгәнде йолоп ал; һәләкәт янаған әҙәмдән баш тартырһыңмы ни?

12 «Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә, йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме? Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы? Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә.

13 Улым, бал ҡап, бик тәмле ул; кәрәҙле бал, тамағыңа татлы булыр.

14 Күңелеңә аҡыл тигәнең дә шулай, уны эҙләп таптыңмы – һөҙөмтәһе лә булыр, өмөттәрең һинең бушҡа китмәҫ.

15 Эй залим, тәҡүәнең торлағы янында боҫҡон ҡорма, йортон уның туҙҙыраһы булма:

16 тәҡүә кеше ете йығылып, ете торор, залимдар йығылыр ҙа харап булыр.

17 Дошманым ҡоланы, тип шатланма, абынды тип йөрәгең һөйөнмәһен.

18 Юҡһа, Раббы күреп, был эште оҡшатмаҫ, Үҙенең асыуын дошманың өҫтөнән алыр.

19 Яманлыҡ эшләүсене күреп йәнең көймәһен, яуыз бәндәләрҙән көнләшмә;

20 барыбер ямандарҙың киләсәге юҡ, намыҫһыҙҙың сырағы тиҙ һүнә.

21 Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма;

22 сөнки уларҙан бәлә көтмәгәндә килер, һәр икеһенең бирәсәк язаһын кем белә?


Аҡыл эйәләре әйткән һүҙҙәр

23 Аҡыл эйәләре тағы ла былай ти: хөкөмдә ғәҙелһеҙлек – яман эш;

24 ғәйеплегә: «Һин хаҡлыһың», – тиеүсене ил ләғнәтләр, халыҡтар уға нәфрәтләнер,

25 ә ғәйеплене фашлаусылар һөйөнөр, баштарына мул бәрәкәт яуыр.

26 Ғәҙел яуап татлы – ирендән үбеү менән бер.

27 Башта тыштағы эштәреңде башҡар, баҫыуыңдағы эште тамамла, шунан ғына өй һалып кер.

28 Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма, ауыҙыңдан алдаҡ һүҙ сыҡмаһын.

29 «Ул миңә нимә эшләне, мин дә уға шуны эшләйем, ғәмәленә күрә әжерен бирәм», – тимә.

30 Бер саҡ мин ялҡау әҙәмдең баҫыуы, ахмаҡ хужаның йөҙөм баҡсаһы янынан үттем.

31 Күрәм, бөтә ерҙе сәнскәк баҫҡан, ҡый үләне күкрәп үҫеп сыҡҡан, баҡсаның таш ҡоймаһы емерелеп ята.

32 Ҡараным да, үҙемә һабаҡ алдым, күргәндәрҙән шуны аңланым мин:

33 йәнә әҙерәк йоҡлап, серем итһәң, ҡул ҡаушырып тағы ултыра бирһәң –

34 өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер, ҡораллы баҫҡынсы булып, нужа һөжүм итер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan