Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 22 - Изге Яҙма

1 Яҡшы исем – ҙур байлыҡтан, абруй алтын-көмөштән ҡиммәт.

2 Бай һәм ярлы йәнәш баҫыр – һәр ҡайһыһын Раббы яратҡан.

3 Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер, бер ҡатлы һаман алға бара бирер ҙә, зыян күрер.

4 Тыйнаҡлыҡ һәм Раббынан ҡурҡыуҙың нәтижәһе – байлыҡ, хөрмәт, имен тормош.

5 Залимдың юлын сәнскәк менән тоҙаҡ һағалай; ғүмерен ҡайғыртҡан унан йыраҡ йөрөр.

6 Балаңа лайыҡлы юлды йәштән өйрәт – ҡартайғас та шул юлдан тайпылмаҫ.

7 Бай ярлылар өҫтөнән хакимлыҡ итер, бирәсәккә алған – биреүсегә ҡол.

8 Ғәҙелһеҙлек сәскән – бәлә урған, уның асыу ҡамсыһы юҡҡа сығыр.

9 Миһырбанлы кеше фатихалы булыр, сөнки ул үҙ икмәген ярлы менән бүлешә.

10 Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер, янъял менән талаш тыныр.

11 Күңел сафлығын яратҡан, телендә гел яғымлы һүҙ булғанды батша ла үҙенә дуҫ һанар.

12 Раббы күҙе ғилемде һаҡлай, хыянатсы бәндәнең һүҙҙәрен бушҡа сығара.

13 Ялҡау әҙәм: «Урамда арыҫлан! Тышҡа сыҡһам, мине үлтерерҙәр», – тиер.

14 Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.

15 Бала башындағы иҫәрлекте тәртип сыбығы тиҙ ҡыуып сығарыр.

16 Байлыҡ арттырыр өсөн ярлыны рәнйетеүсе, байға ришүәт биреүсе бөлгөнлөккә төшөр.


Аҡыл эйәләренең кәңәштәре

17 Ҡолағыңды ас та аҡыллылар һүҙен тыңла, минең белемемә күңел һал.

18 Уларҙы йөрәк түреңдә һаҡлаһаң, улар һәр саҡ ауыҙыңда булһа, һиңә йыуаныс булыр.

19 Раббыға өмөт бағлап йәшәр өсөн, бөгөн уларҙы һиңә өйрәтәм.

20-21 Ысын хәҡиҡәт һүҙҙәрен һиңә өйрәтергә, һине ебәргәндәргә уларҙы еткермәккә һинең өсөн утыҙ нәсихәт яҙҙым, һин уларҙан кәңәш, ғилем табырһың.

22 Былай ҙа мохтаж булған ярлыны талама, йәберләнгәнде хөкөм алдында ҡыҫма;

23 сөнки уларҙың дәғүәләрен Раббы хәл итер, уларҙы талағандарҙың йәнен ҡыйыр.

24 Тиҙ асыуланған менән аралашма, ҡыҙыу бәндә менән юлдаш булма.

25 Юҡһа улар юлына төшөрһөң, йәнеңде ауға эләктерерһең.

26 Ҡул биреп, кеше бурысын үҙ өҫтөңә алыусыларҙан булма.

27 Юҡһа, түләр хәлең ҡалмағас, аҫтыңдағы түшәгеңде лә алырҙар.

28 Ата-бабаң ҡуйып ҡалдырған боронғо ыҙан ташын күсермә.

29 Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan