Әйтемдәре 20 - Изге Яҙма1 Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра, уларға алданғандар – ахмаҡ. 2 Батшаның ярһыуы – гүйә арыҫлан ырылдауы, ҡыҙҙырма уны – үҙеңде хәүефкә ҡуйырһың. 3 Талаш-тартыштан йыраҡ торған кешегә хөрмәт, ә һәр ахмаҡ ғауға сығарыр. 4 Ялҡау көҙөн ерен һөрмәй, ураҡ мәлендә буш баҫыуҙы һәрмәй. 5 Кеше башындағы уй-ниәттәр – тәрән йылға, аҡыллы кеше унан һоҫоп-һоҫоп алыр. 6 «Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала, ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы? 7 Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр. 8 Хөкөм тәхетендә ултырған батша үҙ күҙе менән бөтә яманлыҡты ҡыуып таратыр. 9 «Күңелемдә һис бысраҡлыҡ юҡ, гонаһымдан инде таҙарындым», – тип кем әйтә алыр? 10 Иңен-буйын, ауырлығын алдап үлсәү – икеһе лә Раббы алдында әшәкелек. 11 Хатта йәш баланы – холҡонан, сафлығын һәм тоғролоғон эштәренән белеп була. 12 Ишетер ҡолаҡты ла, күрер күҙҙе лә Раббы бар ҡылған. 13 Күп йоҡлаһаң, ас ҡалырһың, күҙ йоммаһаң, өҫтәлең һыйлы булыр. 14 «Тауарың насар, насар», – ти һатып алыусы, ә китеү менән – маҡтана. 15 Алтын да бар, аҫылташтар ҙа, ләкин иң ҡиммәтлеһе – белемле тел. 16 Ят кеше өсөн үҙенә яуаплылыҡ йөкмәгәндең кейемен ал, уны үҙеңә рәһен итеп ҡалдыр. 17 Нахаҡ юл менән табылған икмәк башта тәмле булһа ла, аҙаҡ ауыҙы тулы таш булыр. 18 Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма. 19 Ғәйбәт һөйләгән – серҙәрҙе лә асҡан, ауыҙында һүҙ тотмаған менән аралашма. 20 Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер. 21 Ҡомһоҙлоҡ менән тартып алынған мираҫ ахырҙа бәрәкәт килтермәҫ. 22 «Яуызлыҡ өсөн ҡон ҡайтарам», – тимә, Раббыға тапшыр – Ул һине һаҡлар. 23 Раббы алдатҡыс герҙәрҙән екһенер, ялған үлсәүҙе Ул хупламай. 24 Кешенең аҙымын Раббы йүнәлтә, шулай икән, кеше үҙенең юлын нисек аңлаһын? 25 Уйламай нәҙер әйтеү, әйткәндән һуң икеләнеп йөрөү – кешенең үҙ-үҙенә ҡорған тоҙаҡ. 26 Аҡыллы батша залимдарҙы иләп айырыр, өҫтәренән һуҡҡыс тәгәрмәсен тәгәрәтер. 27 Әҙәмдең рухы – Раббы шәмелер, күңеленең иң төпкөлдәрен һынар. 28 Батшаны мәрхәмәт менән хаҡлыҡ һаҡлай, тоғролоҡ уның тәхетен тотоп торор. 29 Ҡеүәт – егеттәрҙең ғорурлығы, сал сәстәр иһә – ҡарттарҙың шөһрәте. 30 Йәрәхәт-яра – яуызлыҡтан дауа, йоҙроҡ татыу – кешенең холоҡ-фиғелен төҙәтә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia