Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 2 - Изге Яҙма


Аҡыл – Раббынан

1 Улым, минең һүҙҙәремде тыңлап, бойороҡтарымды күңелеңдә һаҡлаһаң,

2 аҡылға ҡолағыңды асып, йөрәгеңде төшөнмәккә йүнәлтһәң,

3 эйе, әгәр белемгә юл асып, зиһенде саҡырһаң,

4 уны көмөш эҙләгән һымаҡ, йәшерен хазина һымаҡ эҙләһәң, –

5 Раббынан ҡурҡыуҙың мәғәнәһен аңларһың, Алланы танып-белерһең.

6 Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.

7 Раббы намыҫлыларға еңеү әҙерләй, Ул хаҡ юлдан йөрөгәндәр өсөн – ҡалҡан.

8 Ул ғәҙеллек юлын һаҡлай, тоғроларының һуҡмағын ҡурсалай.

9 Шул сағында һин тоғролоҡтоң, ғәҙеллектең, һәр төрлө игелекле юлдың мәғәнәһенә төшөнөрһөң,

10 сөнки йөрәгеңә аҡыл инеп урынлашыр, ғилем күңелеңде биләп зауыҡландырыр,

11 зирәклек һине ҡурсалар, зиһен һине һаҡлап торор.

12 Улар һине яман юлдан, әхлаҡһыҙҙың ҡотҡоһонан ҡотҡарыр.

13 Ҡараңғылыҡ юлын өҫтөн күреп, тура юлдан тайпылғандарҙан,

14 яуыз эштәренә шатланған, аҙғынлыҡтарынан тәм тапҡан,

15 юлдары кәкре булған, үҙ һуҡмаҡтарында аҙашып йөрөгәндәрҙән һаҡлап торор.

16 Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.

17 Был ҡатын йәштән сыҡҡан ирен ташлап, Алла алдындағы антын онотҡан.

18 Уның өйө – үлемесле тоҙаҡ, йөрөгән юлы үлеләр донъяһына илтә.

19 Унда кергән кеше кире сыҡмай, йәшәү юлына бүтәнсә аяҡ баҫмай.

20 Шуға күрә һин яҡшылар юлынан бар, иманлылар һуҡмағынан тайпылма,

21 сөнки ерҙә намыҫлылар йәшәр; бында тик камилдар ғына тороп ҡалыр,

22 ә яуыздар ерҙән юҡ ителер, мәкерле бәндә төбө-тамыры менән ҡоротолор.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan