Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 16 - Изге Яҙма

1 Кеше күңелендә ниәт ҡора, әммә бөтә нәмәгә яуап – Раббынан.

2 Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.

3 Эшеңде Раббы ихтыярына тапшыр – уй-ниәттәрең тормошҡа ашыр.

4 Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.

5 Барса тәкәбберҙәр Раббыға ерәнгес, улар аслан язаһыҙ ҡалмаҫ.

6 Мөхәббәт менән тоғролоҡ ғәйептән пакландыра, Раббынан ҡурҡыу гонаһтан тыя.

7 Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.

8 Ғәҙел юл менән табылған әҙ нәмә нахаҡ юл менән ҡаҙанған байлыҡтан яҡшыраҡ.

9 Кеше үҙ юлын үҙе һайлай, әммә аҙымдарын Раббы йүнәлтә.

10 Батша ауыҙында – әүлиә һүҙҙәр, хөкөм сығарғанда ла ул яңылышмаҫ.

11 Дөрөҫ үлсәү – Раббынандыр, үлсәүҙең герҙәрен дә Ул бар ҡылған.

12 Батшаның яуызлыҡ ҡылыуы – ҡәбәхәтлек, сөнки тәхет ғәҙеллек менән нығытыла.

13 Тоғро һүҙ батша өсөн – ҡыуаныс, ул дөрөҫ һөйләгәнде ярата.

14 Батшаның асыуы – үлем илсеһе, әммә аҡыллы кеше уны тынысландырыр.

15 Батшаның нурлы ҡарашында тормош бар, уның илтифаты – яҙғы ләйсән.

16 Зирәклек ҡаҙаныу алтынға эйә булыуҙан, белем ҡаҙаныу саф көмөштән яҡшыраҡ.

17 Намыҫлының юлы – боҙоҡлоҡтан ситкә тайпылыу; аҙымын белеп баҫҡан – йәнен һаҡлар.

18 Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.

19 Тәкәбберҙәр менән табыш бүлешкәнсе, күндәм рухлы булып ярлылар менән йәшәү яҡшы.

20 Өгөткә ҡолаҡ һалған – уңған, Раббыға таянған – бәхеткә ирешкән.

21 Күңеле зирәк кешене һиҙгер тиерҙәр, һүҙе яғымлы кеше ғилемен арттырыр.

22 Зиһене бар кеше өсөн аҡыл – тормош шишмәһе, ахмаҡҡа иһә ахмаҡлығы – яза.

23 Аҡыллының йөрәге теленә зирәклек бирер, әйткәндәрен ышаныслы итер.

24 Татлы һүҙ – баллы кәрәҙ: йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт.

25 Ҡайһы бер юл тура булып тойолһа ла, ахыры үлемгә алып килә.

26 Хеҙмәт кешеһе үҙенә үҙе ял бирмәй, сөнки уны ас ҡарыны өндәй.

27 Йүнһеҙ әҙәм боҙоҡлоҡҡа шәп, теле, гүйә, ялмар ялҡын.

28 Мәкерле янъял тыуҙыра, ғәйбәтсе дуҫтарҙы айыра.

29 Залим дуҫын алдар, уны яман юлға этәрер.

30 Күҙен ҡыҫҡан – яман ниәт ҡора, иренен ҡымтыған – яуызлыҡ ҡыла.

31 Сал сәс – кешенең тоғро юлда ҡаҙанған шөһрәт тажы.

32 Түҙем әҙәм баһадирҙан көслөрәк, үҙ-үҙенә баш булған кеше ҡала алған яугирҙән ҡөҙрәтлерәк.

33 Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan