Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 14 - Изге Яҙма

1 Аҡыллы ҡатын өй күтәрер, ахмаҡ ҡатын уны үҙ ҡулы менән емерер.

2 Тура юлдан йөрөгән кеше Раббынан ҡурҡа, юлынан тайпылған кеше Уны һанға һуҡмай.

3 Ахмаҡтың һөйләнгәне – арт һанына ҡамсылыр, аҡыллының теле иһә – үҙе өсөн һаҡлыҡтыр.

4 Үгеҙ булмаған урында утлыҡса буш, әммә үгеҙе көслөнөң игене мул.

5 Ышаныслы шаһит ялғанламаҫ, ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр.

6 Мыҫҡылларға яратыусы әҙәм аҡыл эҙләһә лә таба алмаҫ, зирәккә белем анһат бирелер.

7 Ахмаҡтан йыраҡ тор – ауыҙынан мәғәнәле һүҙ ишетмәҫһең.

8 Зирәк кешенең аҡылы – үҙ юлын белеүҙә, Аҡылһыҙҙар ахмаҡлығы – уларҙың алдашыуында.

9 Ахмаҡтар гонаһ ҡорбанына көлөп ҡарар, намыҫлылар Раббының илтифатын ҡаҙаныр.

10 Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.

11 Ямандарҙың йорто емерелер, намыҫлыларҙың сатыры сәскә атыр.

12 Ҡайһы бер юл тура булып тойолһа ла, ахыры үлемгә алып килә.

13 Көлгәндә лә ҡай сағында йөрәк һыҙлай, шатлыҡтың һуңында ҡайғы бар.

14 Аҙғын әҙәм үҙенең боҙоҡ юлының, яҡшы кеше игелегенең әжерен күрер.

15 Бер ҡатлы әҙәм һәр һүҙгә ышанып бара, зирәк кеше алдын-артын ҡарап йөрөй.

16 Аҡыллы әҙәм яманлыҡтан ҡурҡып тайшана, ә ахмаҡ, дыуамалланып, үҙенә ышана.

17 Дыуамал бәндә ахмаҡлыҡ эшләр, мәкерле әҙәм нәфрәткә дусар булыр.

18 Томана мираҫҡа ахмаҡлыҡ алыр, ә зирәктең тажы – ғилем булыр.

19 Ямандар – яҡшылар ҡаршыһында, яуыздар – тәҡүәләр алдында баш эйер.

20 Ярлыны яҡындары ла ят күрә, байҙың дуҫтары күп була.

21 Яҡынын өнәмәгән – гонаһлы, ярлыға хәстәрлекле булған – бәхетле.

22 Яуызлыҡ ниәтләгән юлдан аҙашмаҫмы? Ә һөйөү һәм тоғролоҡ яҡшы ниәтлеләр менән булыр.

23 Һәр тырыш хеҙмәт ҡаҙаныш килтерә, буш хәбәрҙән нужа тыуа.

24 Аҡыл эйәләренең тажы – уларҙың байлығы, ахмаҡтар иҫәрлеге менән танылыр.

25 Тоғро шаһит йәндәрҙе ҡотҡарыр, ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр.

26 Раббынан ҡурҡыу – ныҡлы ҡалҡан, үҙеңде лә, затыңды ла һаҡлар.

27 Раббынан ҡурҡыу – тормош шишмәһе, ул үлем тоҙағынан һаҡлай.

28 Ишле халыҡ – батшаның шөһрәте, халҡының аҙлығы – хакимдың һәләкәте.

29 Сабыр кеше – аҡылға бай, ҡыҙыу бәндә ахмаҡлығын арттырыр.

30 Тыныс күңел – тәнгә сихәт, көнсөллөк һөйәктәрҙе серетә.

31 Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.

32 Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.

33 Зирәклек аҡыл эйәһенең йөрәгендә оя ҡорор; хатта ахмаҡтар ҙа уны күрмәй ҡалмаҫ.

34 Тәҡүәлек халыҡ өсөн – ҙурлыҡ, гонаһ иһә халыҡ өсөн – хурлыҡ.

35 Аҡыл менән эш иткән хеҙмәтсе батшаның рәхмәтен ҡаҙаныр; хурлыҡлы эш ҡылыусы уның асыуына дусар булыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan