Әйтемдәре 12 - Изге Яҙма1 Ғилем яратҡан нәсихәтте лә яратыр, шелтәне хуп күрмәгән – аңра ҡалыр. 2 Күңеле яҡшыны Раббы хуп күрер, мәкерле кеше Уның хөкөмөнә тарыр. 3 Кеше яуызлыҡ менән нығына алмаҫ, ә тоғроларҙың тамыры ҡоромаҫ. 4 Әҙәпле ҡатын – ир башындағы таж, әҙәпһеҙ ҡатын – иренең һөйәгендәге серек. 5 Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек, яман әҙәмдең кәңәше – мәкер. 6 Яуыздарҙың һүҙҙәре – ҡанлы тоҙаҡ, намыҫлының әйткәне яманлыҡтан ҡотҡара. 7 Залимдар йығылып юҡ булыр, тәҡүәләрҙең йорто имен торор. 8 Кеше аҡылына күрә маҡталыр, боҙоҡ ниәтле – хурланыр. 9 Эре ҡыланып та, тәғәм икмәккә тилмергәнсе, үҙе эшләп ризыҡ тапҡан ябай кеше булыуың яҡшыраҡ. 10 Игелекле әҙәм хатта малын да ҡайғырта, яман әҙәм иһә мәрхәмәт белмәҫ. 11 Иген иккән икмәккә туйыр, буш-юҡ артынан ҡыуған әҙәм иһә – ахмаҡ. 12 Боҙоҡ әҙәм башҡа яуыздарҙың байлығын көҫәр, тәҡүә әҙәмдең тамыры үҫенте бирер. 13 Яман әҙәм үҙ теленең тоҙағына ҡабыр, дөрөҫлөккә тоғро – бәләнән ҡалыр. 14 Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр, хеҙмәте бүләк булып үҙенә әйләнеп ҡайтыр. 15 Ахмаҡ үҙ юлын дөрөҫ тип уйлар, аҡыллы әҙәм кәңәшкә ҡолаҡ һалыр. 16 Ахмаҡтың асыуы йөҙөнә сығыр, аҡыллы хурлауҙы ишетмәмешкә һалышыр. 17 Намыҫлы шаһит дөрөҫөн һөйләр, ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр. 18 Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай, аҡыллының һүҙе дауалай. 19 Хаҡ һүҙҙең ғүмере – мәңгелек, ялғандың ғүмере – бер күҙ асып йомған ара. 20 Ниәте ямандың күңелендә – мәкер, татыулыҡ яҡлының күңелендә һөйөнөс булыр. 21 Тәҡүә кешегә һис ниндәй зарар теймәҫ, яуыз иһә золомға тулышҡан. 22 Ялғансы тел Раббы өсөн ерәнгес, намыҫлы эш иткәндәрҙе Ул күркәм күрә. 23 Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр. 24 Егәрленең ҡулы етәкселек итер, ялҡаулығы кешене ҡол итер. 25 Хәүеф кешенең йөрәген бөтөрә, яғымлы һүҙ күңелен күтәрә. 26 Тәҡүә кеше яҡынына юл күрһәтер, яуыз иһә юлдан аҙаштырыр. 27 Ялҡау ауына эләккәнде лә бешермәҫ, егәрленең мал-мөлкәте һан белмәҫ. 28 Хаҡлыҡ юлы – йәшәү сығанағы, кем был юл менән бара, унда үлем юҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia