Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 11 - Изге Яҙма

1 Алдаҡ үлсәү – Раббы өсөн ерәнгес, ул дөрөҫ герҙәрҙе хуп күрер.

2 Тәкәбберлек артынан хурлыҡ килер, тыйнаҡтарға эйәреп аҡыл йөрөр.

3 Намыҫлыны күңел сафлығы етәкләр, мәкерлеләрҙе хәйләһе харап итер.

4 Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ, әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр.

5 Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр, яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр.

6 Намыҫлыларҙы тәҡүәлеге ҡотҡарыр, мәкерлеләр яман ниәттәренең тоҙағына эләгер.

7 Яман әҙәм менән бергә өмөтө лә үлер, боҙоҡтарҙың көткәне аҡланмаҫ.

8 Тәҡүә бәлә-ҡазанан ҡотолоп ҡалыр, уның урынына яман әҙәм эләгер.

9 Аллаһыҙҙың теле күршеһен һәләк итер, тәҡүәләр белеме менән ҡотолоп ҡалыр.

10 Тәҡүәгә яҡшы булһа – ҡала байрам итер, яман бәндәләр харап булһа – тантана яһарҙар.

11 Намыҫлының фатихаһы менән ҡала төҙөлөр, яуыздың мәкерле теле арҡаһында емереп ташланыр.

12 Ахмаҡ кеше яҡынын яманлар, белекле кеше өндәшмәй ҡалыр.

13 Ғәйбәтсе кешенең серен асыр, тоғро кеше сер һаҡлай белер.

14 Өгөт-нәсихәтһеҙ халыҡ юҡҡа сығыр, кәңәшселәре күп халыҡ имен йәшәр.

15 Кеше бурысын үҙ өҫтөнә алған – бәләгә тарыр, үҙ өҫтөнә алырға ашыҡмаған – тыныс йәшәр.

16 Һәйбәт күңелле ҡатын хөрмәт ҡаҙаныр, аяуһыҙ иһә байлыҡ йыйыр.

17 Миһырбанлы әҙәм үҙенә бәрәкәт килтерер, рәхимһеҙ иһә зыянға тарыр.

18 Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.

19 Ихлас тәҡүәлек юлы тормошҡа илтә, яуызлыҡҡа ынтылыусылар үлемгә ашыға.

20 Раббы боҙоҡ күңеллеләрҙән ерәнә, пак юлдан барыусылар Уға ҡыуаныс.

21 Хаҡ әйтәм, яман бәндә язаһыҙ ҡалмаҫ, иманлылар тоҡомо ҡоромаҫ.

22 Елбәҙәк ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеге сусҡа моронондағы алтын алҡа һымаҡ.

23 Иманлының уй-теләге – яҡшылыҡҡа, яуыздың өмөттәре Раббының асыуына килтерер.

24 Ҡайһы берәүҙәрҙең бирергә ҡулы йомарт, әммә байлығы арта бара, ҡайһылар һаран, әммә хәйерселектән ҡотола алмай.

25 Йомарт кеше етеш йәшәр, сарсағанға һыу биреүсенең үҙенә лә һыу бирерҙәр.

26 Ашлығын ҡыҙғанғанды халыҡ ҡәһәрләр, уны ваҡытында һатҡан фатихаланыр.

27 Яҡшылыҡ эҙләгән илтифат табыр, яманлыҡ артынан эйәргән башына бәлә алыр.

28 Байлығына ғына иҫәп тотҡан шиңеп ҡалыр, иманлылар йәшел япраҡ һымаҡ булыр.

29 Ғаиләһенә хәсрәт килтергәндең мираҫы ел булыр, ахмаҡ әҙәм аҡыллыға ҡол булыр.

30 Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға, аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә.

31 Тәҡүә ер йөҙөндә әжерен ала икән, яуыз менән гонаһ эйәһе хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan