Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 49 - Изге Яҙма


Яҡуптың һуңғы һүҙҙәре

1 Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.

2 Бергәләшеп тыңлағыҙ, Яҡуп улдары, Атағыҙ Исраилға ҡолаҡ һалығыҙ!

3 Рәүвән, һин минең баш балам, ҡөҙрәтемһең, Ирлек ғәйрәтемдең тәүге емешеһең. Абруйың бөтәһенекенән дә өҫтөн, Көс-ҡеүәтең һәммәһенекенән дә күп!

4 Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың, Инде хәҙер алдын була алмаҫһың. Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып, Ятыр урынымды бысраттың.

5 Шимғон менән Леви – бер туғандыр, Ҡылыстары – рәхимһеҙлек ҡоралылыр!

6 Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.

7 Әйҙә асыуҙары ҡәһәр алһын, Сөнки улар үтә рәхимһеҙ. Ҡарғыш төшһөн уларҙың рәхимһеҙ асыуына, Сөнки улар сикһеҙ-самаһыҙ! Мин уларҙы Яҡуп нәҫелендә бүлгесләрмен, Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!

8 Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине! Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр, Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер.

9 Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған Йәш арыҫлан һин, Йәһүҙә. Гүйә ул арыҫлан – ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан – Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?

10 Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.

11 Уның ишәген бәйләр бау – йөҙөм ботағы булыр, Ишәк балаһын бәйләр бау – йөҙөм тәлгәше булыр. Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр, Өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр.

12 Шараптан күҙҙәре янып торор, Тештәре һөттән аҡ булыр.

13 Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында, Караптар туҡтай торған урында. Ерҙәренең сиге һуҙылыр Сидонға ҡәҙәр.

14 Исасхар ул – көслө ишәк ише, Йөктәр араһында ята булыр;

15 Ул тыныс һәм рәхәт урын, Күңеленә ятҡан бер ер күрһә, Йөк күтәрер өсөн һыртын ҡуйыр, Ауыр хеҙмәткә буйһонор.

16 Дан Исраил ырыуҙарының береһе булып Үҙ халҡы өҫтөнән хөкөм ҡылыр.

17 Дан йылан буласаҡ юлда ятҡан, Юлға сығып ятҡан ағыулы йылан. Аңғармаҫтан сағыр аттың аяғын, Һыбайлыһы салҡан йығылыр.

18 Йә, Раббы! Ҡотҡарыуыңа өмөтләнәм.

19 Кеше талаусылар Ғадтың юлын баҫыр, Үҙҙәрен таларға тип арттарынан ул да осор.

20 Ашерҙың ризығы мул булыр, Батшалар унан һыйланыр.

21 Нафтали – гүйә ирекле болан, Матур-матур балалар тыуҙырған болан.

22 Йософтоң булмышы – емешле йөҙөмдөр, Инеш буйында үҫкән емешле ағастыр. Ботаҡтары диуарҙар өҫтөнән ашыр.

23 Уҡсылар уға асырғанып һөжүм иттеләр, Дошманлашып өҫтөнә уҡ яуҙырҙылар.

24 Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы – Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы, Исраилдың ҡаяһы һәм көтөүсеһе.

25 Ул – атайыңдың Аллаһы, Ул ярҙамын бирер, Ул – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, фатиха бирер. Ул фатиха яуыр асмандан, Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан, Әсә күкрәге һәм ҡарынынан.

26 Атайыңдың хәйер-доғаһы мәңгелек тауҙар, Мәңгелек ҡалҡыулыҡтарҙан да артығыраҡ. Был бәрәкәттәрҙең һәммәһе Йософ өлөшөнә төшһөн, Туғандары араһында иң өҫтөн торғанына насип итһен!

27 Бинйәмин йыртҡыс бүрегә оҡшаш; Иртәнге ауын ашап бөтөрөр, Кисен яумалын өлөшләп бүлер.

28 Исраил нәҫеленең ун ике ырыуы бына шулар. Аталары уларҙы мөбәрәк ҡылып ошо һүҙҙәрҙе әйтте һәм һәр береһенә уға тейешле фатихаһын бирҙе.


Яҡуптың вафаты

29 Яҡуп, улдарына васыят әйтеп, былай тип бойорҙо: – Оҙаҡламай мин үлеп, ата-бабаларыма ҡушылырмын. Мине ата-бабаларым янына, хитти Ғәфрон баҫыуындағы мәмерйәлә ерләгеҙ.

30 Был мәмерйә Ҡәнғән ерендә, Мамре янында, Махпела баҫыуында булыр, ә ул баҫыуҙы ҡартатайым Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп һатып алған.

31 Ибраһим менән ҡатыны Сара ла, Исхаҡ менән ҡатыны Рабиға ла шунда дәфен ҡылынған, мин Лиәне лә шунда ҡуйҙым.

32 Баҫыу менән ундағы мәмерйә хиттиҙәрҙән һатып алынған.

33 Улдарына ошо васыяттарын әйтеп бөткәндән һуң, Яҡуп түшәгенә һуҙылып ятты ла, һуңғы һулышын алып, халҡының ата-бабалары менән ҡушылды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan