Башланмыш 47 - Изге Яҙма1 Фирғәүен янына барғас, Йософ былай тине: – Ҡәнғәндән атайым менән ағайҙарым килде, үҙҙәре менән барлыҡ мал-тыуарын, булған мөлкәттәрен алып килгәндәр. Әле улар Гошен ерендә. 2 Йософ фирғәүен янына биш ағаһын алып килгәйне. 3 Фирғәүен уларҙан: – Ни менән көн күрәһегеҙ? – тип һораны. – Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, һарыҡ көтәбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы Йософтоң ағалары. 4 Тағы былай тип өҫтәнеләр: – Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине. 5 Фирғәүен Йософҡа: – Атайың менән туғандарың яныңа килгән, – тине. – 6 Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш. 7 Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатиха бирҙе. 8 Фирғәүен унан: – Һиңә нисә йәш? – тип һораны. 9 – Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел. 10 Яҡуп, фирғәүенгә тағы фатиха ҡылып, уның янынан сыҡты. 11 Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысырҙың иң яҡшы еренә, Рағмесес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе. 12 Йософ атаһына, ағаларына, барлыҡ туған-ырыуына, ғаиләләге балалар һанына ҡарап, ризыҡ өләште. Аслыҡтың көсәйеүе 13 Ул арала ҡытлыҡ шул тиклем көсәйҙе, бөтә илдәрҙә икмәктең әҫәре лә ҡалманы. Мысыр менән Ҡәнғән ере тамам бөлдө. 14 Халыҡҡа иген һатып, Йософ фирғәүен ҡаҙнаһына Мысыр һәм Ҡәнғән ерендәге бөтә көмөштө йыйып алды. 15 Мысырҙа ла, Ҡәнғәндә лә көмөш бөткәс, Мысыр халҡы Йософҡа: – Икмәк бир беҙгә! Күҙ алдыңда ятып үләйекме ни? Көмөшөбөҙ бөттө, – тип ялбарҙы. 16 – Көмөшөгөҙ бөтһә, – тине Йософ, – мал килтерегеҙ, икмәкте малға алыштырырмын. 17 Улар көтөү-көтөү малдарын алып килде, Йософ икмәкте мал-тыуарға: ат, һарыҡ, кәзә, һыйыр, ишәктәргә алмашып бирә башланы. Бер йыл буйы шулай булды. 18 Икенсе йылды мысырҙар йәнә Йософҡа килделәр: – Хакимыбыҙҙан йәшерене юҡ, көмөшөбөҙ ҙә бөттө, мал-тыуарыбыҙ ҙа – барыһы ла һин әфәнде ҡулына күсте, – тине улар. – Йәнебеҙ менән ер биләмәбеҙҙән башҡа һиңә бирерлек бер нәмәбеҙ ҡалманы. 19 Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Икмәккә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал – беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булайыҡ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр – үҙебеҙ тере ҡалайыҡ та ер буш ятмаһын. 20 Шул рәүешле Йософ Мысырҙағы бөтә ерҙе фирғәүенгә һатып алып бөттө. Мысыр халҡы береһе лә ҡалмай уға ерен һатты – аслыҡ шул тиклем көслө ине. Бөтә ер фирғәүен милкенә күсте. 21 Ә Мысыр кешеләренең барыһын да – илдең бер сигенән икенсе сигенә тиклем – Йософ фирғәүендең ҡолдары итте. 22 Бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәре генә һатып алынманы, сөнки уларҙың биләмәләре фирғәүен тарафынан үҙҙәренә беркетелгән һәм улар шулар иҫәбенә туҡланып йәшәй ине. Шуға күрә уларҙың ерҙәре һатылманы. 23 Йософ халыҡҡа: – Һеҙҙе лә, баҫыуҙарығыҙҙы ла фирғәүенгә һатып алдым, – тине. – Инде орлоҡ алығыҙ ҙа сәсегеҙ. 24 Ошо көндән башлап уңыштың биштән бер өлөшөн фирғәүенгә бирәсәкһегеҙ, ә биштән дүрт өлөшөн орлоҡҡа һәм үҙегеҙгә, балаларығыҙға, йорттағыларға ашарға ҡалдырасаҡһығыҙ. 25 – Һин беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙың! – тине Мысыр кешеләре. – Һин хакимыбыҙҙың күңеленә хуш килеп, фирғәүенгә ҡол булып йәшәйек. 26 Йософ урынлаштырған ҡанун Мысырҙа бөгөн дә һаҡланып килә: ҡаһиндар ҡулындағы ер биләмәләренән башҡа, илдәге һәр биләмәнән алынған уңыштың биштән бер өлөшө фирғәүенгә бирелергә тейеш. 27 Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте. 28 Ун ете йыл йәшәне Яҡуп Мысырҙа, ул барлығы йөҙ ҙә ҡырҡ ете йыл ғүмер һөрҙө. 29 Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. – 30 Ата-бабаларым хозурына күскәс, Мысырҙан алып китеп, улар ятҡан зыяратҡа ҡуй. – Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, – тип яуап бирҙе Йософ. 31 – Ант ит, – тине Исраил. Йософ ант итте, ә Исраил ятҡан көйөнсә генә баш эйҙе. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia