Башланмыш 4 - Изге ЯҙмаҠабил менән Һабил 1 Әҙәм ҡатыны Һауа менән яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил исемле улын тапты. «Раббы рәхмәте менән уллы булдым», – тине Һауа. 2 Шунан һуң Ҡабилдың ҡустыһы Һабилды тыуҙырҙы. Һабил һарыҡ көттө, ә Ҡабил ер эшкәртте. 3 Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡабил үҫтереп алған уңышынан Раббыға бүләк килтерҙе. 4 Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе, 5 ә Ҡабилды һәм уның бүләген оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо. 6 – Ниңә кәйефең ҡырылды? – тип һораны Раббы Ҡабилдан. – Ниңә йөҙөңдө һөрөм ҡапланы? 7 Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул. 8 Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе. 9 Раббы Ҡабилдан: – Һабил ҡустың ҡайҙа? – тип һораны. – Белмәйем, – тип яуапланы Ҡабил. – Әллә мин ҡустыма һаҡсымынмы? 10 – Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә! 11 Туғаныңдың һинең ҡулың менән түгелгән ҡанын йотор өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй. 12 Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең. 13 – Язам күтәрә алмаҫлыҡ ауыр, – тине Ҡабил Раббыға. – 14 Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк. 15 Әммә Раббы былай тине: – Кем дә кем Ҡабилды үлтерә, шул кешенән ете тапҡыр артығыраҡ ҡон ҡайтарылыр. Шулай итеп, Раббы, осраған кешеләрҙең береһе лә үлтермәһен өсөн, Ҡабилға киҫәтеүсе тамға һалды. 16 Ҡабил, Раббы хозурынан китеп, Ғедәндән көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты. 17 Ҡабил ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды. Ҡатыны ауырға ҡалды һәм улы Ханохты тапты. Ҡабил ҡала төҙөнө, уны улының исеме менән Ханох тип атаны. 18 Ханохтың улы Ғирад, Ғирадтың – Мехияил, Мехияилдың – Меҫушаил, Меҫушаилдың Ләмәх исемле улдары тыуҙы. 19 Ләмәх ике ҡатынға өйләнде, береһенең исеме Ғада, икенсеһенеке Силла ине. 20 Ғаданың Явал исемле улы тыуҙы. Явал мал аҫрап сатырҙа йәшәгән халыҡтарҙың тәүбабаһы булды. 21 Явалдың ҡустыһы Ювал исемле ине – унан көснәлә һәм һыбыҙғыла уйнаусылар нәҫеле таралды. 22 Силланың Тувал-Ҡаин исемле улы тыуҙы. Тувал-Ҡаин баҡырҙан һәм тимерҙән һәр төрлө ҡоралдар яһау оҫтаһы булды. Тувал-Ҡаиндың Нағама исемле ҡыҙ туғаны бар ине. 23 Ләмәх ҡатындарына былай тине: – Ғада, Силла, тауышымды ишетегеҙ! Эй Ләмәхтең ҡатындары, һүҙемә ҡолаҡ һалығыҙ: Мине яралаған өсөн бер кеше үлтерәм! Мине зыянлаған өсөн бер егет үлтерәм! 24 Ҡабил өсөн ете тапҡыр үс алынһа, Ләмәх өсөн етмеш ете тапҡыр артыҡ булыр! 25 Әҙәм ҡатыны менән тағы яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ир бала тапты. «Алла миңә Ҡабил үлтергән Һабил урынына тағы бер ул бүләк итте», – тип, балаға Шеҫ тигән исем бирҙе. 26 Шеҫтың да бер улы булды, уны Әнош тип атаны. Шул дәүерҙәрҙән алып кешеләр доғаларын Раббы исеменә бағышлай башланы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia