Башланмыш 29 - Изге ЯҙмаЯҡуптың Паддан-Арамға килеүе 1 Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте. 2 Ул яланда бер ҡоҙоҡ күрҙе. Ҡоҙоҡ эргәһендә өс һарыҡ көтөүе ята ине. Малдарҙы шул ҡоҙоҡтан һуғаралар, әле иһә уның ауыҙы ҙур таш менән ябылғайны. 3 Бөтә көтөүҙәр ҙә йыйылғас, көтөүселәр был ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғара ла һуңынан ташты кире ябып ҡуя икән. 4 – Һеҙ ҡайҙан, туғандар? – тип һораны Яҡуп көтөүселәрҙән. – Харандан, – тип яуап бирҙе улар. 5 Ул: – Һеҙ Нахор улы Лаванды белмәйһегеҙме? – тип һораны. – Беләбеҙ, – тинеләр. 6 – Нисек йәшәп ята әле ул? – тип һораны Яҡуп. – Иҫән-һау, – тинеләр уға. – Ана, уның ҡыҙы Рәхилә лә һарыҡтары менән килә. 7 – Көн оҙон бит әле, – тине Яҡуп көтөүселәргә, – малды йыйырға иртә. Һарыҡтарығыҙҙы эсерегеҙ ҙә тағы көтөүгә ҡыуығыҙ. 8 Улар: – Көтөүҙәрҙең барыһы ла йыйылып, ташты шыуҙырмайынса, ҡуҙғала алмайбыҙ. Шунда ғына беҙ һарыҡтарҙы һуғарабыҙ, – тип яуапланы. 9 Улар һөйләшкән арала атаһының ваҡ мал көтөүе менән Рәхилә лә килеп етте. Ул һарыҡ көтә ине. 10 Яҡуп, әсәһенең ағаһы Лавандың ҡыҙы Рәхиләне һәм көтөүҙе күреп, ҡоҙоҡ янына килде лә, ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғарҙы. 11 Шунан ул, Рәхиләне үбеп, ҡысҡырып илап ебәрҙе. 12 Уға: – Мин һинең атайыңдың туғанымын, Рабиғаның улы булам, – тине. Рәхилә был хәбәрҙе атаһына әйтергә йүгерҙе. 13 Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп бөтә булғандарҙы һөйләп биргәс, 14 Лаван: – Ысынлап та һин минең һөйәгем, минең итемдәнһең икән, – тине. Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас, Яҡуптың Лиә менән Рәхиләгә өйләнеүе 15 Лаван уға: – Туғаным булғас та, һин миңә бушҡа эшләмәҫһең бит инде? – тине. – Нимә менән түләргә икәнлеген әйт. 16 Лавандың ике ҡыҙы бар ине, өлкәне – Лиә, ә кесеһе Рәхилә исемле. 17 Лиәнең күҙе зәғиферәк, ә Рәхилә төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. 18 Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булды һәм Лаванға: – Мин кесе ҡыҙың Рәхилә өсөн һиңә ете йыл эшләрмен, – тине. 19 – Ярай, – тине Лаван, – сит кешегә биргәнсе, һиңә сыҡһын; йәшә миндә. 20 Яҡуп Рәхилә өсөн ете йыл эшләне, әммә был ете йыл уға ете көн һымаҡ та булманы – ул ҡыҙҙы шулай ныҡ ярата ине. 21 Бына бер саҡ ул Лаванға: – Ҡыҙыңды бир инде. Ваҡыт етте, ул минеке булырға тейеш, – тине. 22 Лаван, күрше-күләнен йыйып, туй үткәрҙе. 23 Кис булғас, ул Яҡупҡа Лиәне алып килде: Яҡуп уның менән йоҡланы. 24 Лаван ҡол ҡыҙ Зилпаны ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп бирҙе. 25 Иртән торһалар – Яҡуп эргәһендә Лиә! – Нишләттең мине? – тине Яҡуп Лаванға. – Мин һиңә Рәхилә өсөн эшләмәнемме ни? Ниңә алданың һин мине? 26 Лаван былай тине: – Беҙҙең яҡтарҙа ҡыҙҙың кесеһен олоһонан алда кейәүгә бирмәйҙәр. 27 Олоһоноң туй аҙнаһы бөткәс, беҙ һиңә кесеһен дә бирербеҙ, ә бының өсөн һин миңә тағы ете йыл хеҙмәт итерһең. 28 Яҡуп шулай эшләне. Бер аҙна үткәс, Лаван уға ҡыҙы Рәхиләне лә бирҙе, 29 ә Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп ҡол ҡыҙ Билһаны бирҙе. 30 Яҡуп Рәхилә менән йоҡланы, уны ул Лиәгә ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Рәхилә өсөн ул Лаванда тағы ете йыл эшләне. Яҡуптың балалары 31 Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы. 32 Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр. 33 Лиә тағы ауырға ҡалып, йәнә ир бала тапты. – Раббы минең һөйөлмәй йәшәүемде ишетте, – тине Лиә, – миңә тағы бер ул бирҙе. Малайға Шимғон тип исем ҡушты. 34 Һуңыраҡ тағы ауырға ҡалды, йәнә улы тыуҙы. – Хәҙер инде ирем миңә йәбешеп ятыр, – тине ул, – мин бит уға өс ул табып бирҙем. Улын Леви тип атаны. 35 Лиә йәнә ауырға ҡалды – тағы ул тапты. – Инде Раббыға рәхмәттәр уҡыйым! – тине ул һәм улына Йәһүҙә тип исем ҡушты. Шунан ул бала табыуҙан туҡтаны. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia