Асылыш 7 - Изге ЯҙмаМисәт һуғылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше 1 Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине. 2 Мин тағы көнсығыштан күтәрелгән һәм ҡулында тере Алла мисәте тотҡан икенсе фәрештәне лә күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә вәкәләт бирелгән дүрт фәрештәгә көслө тауыш менән былай тине: 3 – Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ. 4 Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтә Исраил ырыуҙары араһынан ине: 5 Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше; Рәүвән нәҫеленән ун ике мең; Ғад нәҫеленән ун ике мең; 6 Ашер нәҫеленән ун ике мең; Нафтали нәҫеленән ун ике мең; Менашше нәҫеленән ун ике мең; 7 Шимғон нәҫеленән ун ике мең; Леви нәҫеленән ун ике мең; Исасхар нәҫеленән ун ике мең; 8 Зевулун нәҫеленән ун ике мең; Йософ нәҫеленән ун ике мең; Бинйәмин нәҫеленән ун ике мең кеше. Аҡ кейемле халыҡ төркөмө 9 Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине. 10 Улар көслө тауыш менән: – Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә! – тип әйтә ине. 11 Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтә фәрештәләр, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар. 12 Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр. 13 Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: – Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны. 14 Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар. 15 Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора, көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә. Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуйыр. 16 Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ. 17 Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia