Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 20 - Изге Яҙма


Мең йыл буйы батшалыҡ итеү

1 Шунан һуң мин күктән төшөп килгән фәрештәне күрҙем. Уның ҡулында упҡын асҡысы менән ҙур сылбыр бар ине.

2 Ул – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла мең йылға сылбырлап ҡуйҙы.

3 Мең йыл үткәнгә тиклем, халыҡтарҙы алдамаһын өсөн, уны упҡынға ташланы, упҡынды бикләп ҡуйҙы һәм өҫтөнә мисәт һалды. Мең йылдан һуң ул аҙ ғына ваҡытҡа азат ителергә тейеш.

4 Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.

5 Үлгәндәрҙең ҡалғандары иһә мең йыл үтмәйенсә терелмәне. Был – беренсе терелеү булды.

6 Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар, Алланың һәм Мәсихтең ҡаһиндары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Иблистең еңелеүе

7 Мең йыл үткәс, Иблис үҙ төрмәһенән азат ителер

8 һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгөндәй күп булыр.

9 Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән туплам менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем. Әммә күктән ут ҡабынып, уларҙы яндырып бөтөрҙө.

10 Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Үлеләр өҫтөнән хөкөм

11 Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.

12 Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.

13 Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде.

14 Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл.

15 Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan