Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Яхъя 1 - Изге Яҙма

1 Берҙәмлек өлкәненән Алла һайлап алған һәм мин ихлас яратҡан ханымға һәм уның балаларына. Һеҙҙе мин генә түгел, хәҡиҡәтте танып белгәндәрҙең барыһы ла ярата,

2 сөнки хәҡиҡәт беҙҙә йәшәй һәм мәңге беҙҙең менән ҡаласаҡ.

3 Атабыҙ Алланан һәм Уның Улы Ғайса Мәсихтән бирелгән мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек хәҡиҡәттә һәм мөхәббәттә беҙҙең менән булһын.


Хәҡиҡәт һәм мөхәббәт

4 Һинең балаларың араһында, беҙгә Ата бойорғанса, хәҡиҡәт юлында булыусыларҙы тапҡаныма бик ҡыуандым.

5 Хәҙер, ханым, мин һиңә бойороҡтоң яңыһын түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткәнен яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ.

6 Мөхәббәт – ул Алла бойороҡтарын үтәп йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән бойороҡ ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш.

7 Донъяла Ғайса Мәсихтең кеше тәнендә килеүен инҡар иткән ялғансылар күбәйеп китте. Ундайҙар – алдаҡсы һәм Мәсихтең дошмандары.

8 Хеҙмәт ҡылып тапҡанығыҙҙы юғалтмаҫ, әммә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.

9 Мәсихтең тәғлимәтен тотмаған һәм унан ситкә тайпылған кешелә Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй.

10 Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уға сәләм бирмәгеҙ.

11 Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушылған булыр.


Һуңғы һүҙҙәр

12 Һеҙгә яҙа торған һүҙҙәрем күп, әммә ҡағыҙ һәм ҡара аша мөрәжәғәт итергә теләмәйем. Ә ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә өмөтләнәм.

13 Алла һайлап алған ҡыҙ туғаныңдың балалары һине сәләмләйҙәр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan