Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Коринфтарға 8 - Изге Яҙма


Йәрүсәлимдәге имандаштар өсөн хәйер биреү

1 Имандаштар, һеҙгә Македониялағы имандаштар берҙәмлектәренә бирелгән Алла мәрхәмәте тураһында һөйләргә теләйбеҙ.

2 Уларҙың ауыр һынауҙар араһында ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.

3 Хәлдәренән килгәнсә, һәм мөмкинлектәренән тыш та, үҙ теләктәре менән ярҙам иттеләр – быға мин шаһит.

4 Улар беҙҙән Алланың изгеләренә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышып һоранылар.

5 Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар.

6 Шуға күрә беҙ Титустан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.

7 Ә һеҙ һәр нәмәлә: иманда ла, һүҙҙә, белемдә, һәр төрлө тырышлыҡта, беҙгә булған мөхәббәтегеҙҙә лә өҫтөн булған кеүек, ошо изгелекле эштә лә өҫтөн булығыҙ.

8 Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.

9 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.

10 Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: былтыр башлаған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ, ул һеҙгә файҙа ғына килтерә. Уны һеҙ беренселәрҙән булып башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, беренселәрҙән булып ниәтләнегеҙ ҙә.

11 Был эште тамамлағанда инде бик теләп тотонған кеүек, хәлегеҙгә күрә шундай уҡ тырышлыҡ менән тамамлағыҙ.

12 Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.

13 Башҡаларға еңеллек, ә һеҙгә ауырлыҡ булмаһын, тик бында тигеҙлек булыуы күҙ уңында тотола.

14 Әле һеҙҙең муллығығыҙ уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһен, аҙаҡ уларҙың муллығы һеҙҙекен ҡәнәғәтләндерер. Шулай итеп тигеҙлек урынлашыр.

15 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Күп йыйған кешенең – артығы, аҙ йыйғандың кәме булманы».


Титустың Коринҫосҡа ебәрелеүе

16 Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.

17 Титус үтенесемде хуплап ҡына ҡалманы, ә янығыҙға үҙ ихтыяры менән бик ашҡынып барырға булды.

18 Уның менән бергә бөтә берҙәмлектәрҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәне өсөн маҡталған тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ.

19 Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.

20 Хеҙмәтебеҙҙә шундай йомарт бүләктәр менән эш иткәнгә күрә, бер кем дә һүҙ әйтә алмаһын өсөн, һаҡ булырға тырышабыҙ.

21 Алдан уҡ уйлап, Раббы алдында ғына түгел, кешеләр алдында ла һүҙ тейҙермәҫлек булһын өсөн тырышабыҙ.

22 Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша.

23 Титусҡа килгәндә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.

24 Шулай итеп, мөхәббәтегеҙҙе һәм һеҙҙең менән маҡтаныуыбыҙҙың ғәҙел икәнен уларға берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan