Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Коринфтарға 7 - Изге Яҙма

1 Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Паулустың шатлығы

2 Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек.

3 Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.

4 Мин һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.

5 Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан – ыҙғыш-талаш, эстән шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ.

6 Әммә, Титустың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.

7 Беҙҙе уның килеүе генә түгел, ә уның күңелен күтәреүегеҙ ҙә йыуатты. Ул, мине һағыныуығыҙ, булып үткән хәлдәргә үкенеүегеҙ, мине яҡларға атлығып тороуығыҙ тураһында һөйләп, тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы.

8 Шул хатым менән һеҙҙе көйөндөргәнемә үкенмәйем. Тәүҙә, хатымдың һеҙҙе ваҡытлыса ғына булһа ла көйөндөргәнен күреп, үкенгәйнем,

9 хәҙер ҡыуанам – күңелегеҙ төшкәнгә түгел, ә көйөнөүегеҙҙең һеҙҙе тәүбәгә килтереүенә ҡыуанам; һеҙ Алла ихтыяры менән көйөндөгөҙ, шулай булғас, беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәнек.

10 Алла ихтыяры менән көйөнөү ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү үлемгә илтә.

11 Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, хәүефләнеү, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һәр яҡтан да саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.

12 Мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла, йә рәнйетелгәнде яҡлайым тип тә түгел, ә Алла алдында беҙгә тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.

13 Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титустың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтәгеҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ.

14 Уға элек һеҙҙе маҡтағайным, тимәк, оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Титусҡа һеҙҙе маҡтауыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты.

15 Уны нисек ихтирам һәм тулҡынланыу менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да тыңлаусан булыуығыҙҙы хәтерләп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.

16 Һәр нәмәлә һеҙгә таяна алыуым өсөн ҡыуанам.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan