2 Коринфтарға 3 - Изге ЯҙмаЯңы килешеү хеҙмәтселәре 1 Үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итергә тырышмайбыҙмы икән? Ҡайһы берәүҙәр кеүек, һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтаған хат килтерәйекме йә һеҙҙән һорап алайыҡмы? 2 Һеҙ үҙегеҙ – беҙҙең хатыбыҙ. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә яҙылған, уны бөтә кеше белә һәм уҡый ала. 3 Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә тере Алланың Рухы менән, таҡтаташтарға түгел, ә кешеләрҙең күңеленә яҙылған. 4 Алла алдында Мәсих аша бына шундай ышанысыбыҙ бар. 5 Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан. 6 Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә. 7 Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, исраилдар Мусаның балҡып торған йөҙөнә, хатта был балҡыу юғала барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән, 8 Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме ни? 9 Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, Алланың әҙәмде аҡлауына илткән хеҙмәт күпкә данлыраҡ. 10 Ҡасандыр данлы булған нәмә, өҫтөнлөк алған яңыһы менән сағыштырғанда, инде бөйөк түгел шул. 11 Юғалып барған нәмә дан менән килһә, мәңге буласағы күпкә данлыраҡ! 12 Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ. 13 Исраилдар юғала барған данға ҡарамаһын өсөн, йөҙөн бөркәнсек менән ҡаплаған Муса кеүек түгелбеҙ. 14 Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки иҫке килешеү яҙмаларын уҡығанда уларҙың аҡылы шул бөркәнсек менән ябылған һымаҡ. Ул бөркәнсекте Мәсих кенә алып ташлаясаҡ. 15 Бөгөнгә тиклем Муса ҡанунын уҡығанда, уларҙың күңелендә бөркәнсек ята. 16 Әммә Раббыға йөҙ менән боролғанда был бөркәнсек алып ташлана. 17 Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ. 18 Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia