2 Коринфтарға 13 - Изге ЯҙмаНәсихәттәр һәм сәләмләүҙәр 1 Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш». 2 Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ башҡаларҙы ла, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, һеҙҙе йәлләмәйәсәкмен. 3 Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө. 4 Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтә көсһөҙбөҙ, әммә Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның менән һеҙҙең өсөн йәшәйәсәкбеҙ. 5 Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр һынауҙы күтәрә алһағыҙ, әлбиттә. 6 Беҙгә килгәндә, һынауҙы күтәрә алыуыбыҙҙы танырһығыҙ тип өмөт итәм. 7 Һеҙҙең бер ниндәй ҙә яман эштәр ҡылмауығыҙҙы һорап, Аллаға доға ҡылабыҙ. Беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ. 8 Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, тик уның хаҡына ғына ҡыла алабыҙ. 9 Шуға күрә беҙ – көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ. 10 Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының миңә емерергә түгел, ә нығытырға тип биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм. 11 Шулай итеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, камиллыҡҡа юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр. 12 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Һеҙҙе бөтә изгеләр сәләмләй. 13 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте, Алланың мөхәббәте һәм Изге Рухта аралашыу һеҙҙең бөтәгеҙ менән булһын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia