Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Коринфтарға 10 - Изге Яҙма


Паулустың үҙ хеҙмәтен яҡлауы

1 Мин, арағыҙҙа «йыуаш», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Паулус, Мәсихсә баҫалҡылыҡ һәм эскерһеҙлек менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм.

2 Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһенең уй-фекерҙәре менән йәшәйһегеҙ тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм.

3 Беҙ был донъяла йәшәһәк тә, донъя алымдары ҡулланып көрәшмәйбеҙ.

4 Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, ә Алла ҡөҙрәте менән ҡәлғәләрҙе емерергә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе,

5 Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.

6 Һеҙ тулыһынса күндәмлек күрһәткәндән һуң, баш бирмәгән һәр кемде язаға тарттырырға әҙербеҙ.

7 Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә Мәсихтеке.

8 Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам.

9 Шуға ла мин быларҙы, хаттары менән беҙҙе ҡурҡытырға уйлай икән, тигән фекер ҡалмаһын өсөн әйттем.

10 Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти.

11 Ундай кеше белһен: ситтән яҙған хаттарыбыҙҙа ниндәйбеҙ, ғәмәлдә, арағыҙҙа булғанда ла шундайбыҙ.

12 Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар.

13 Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмайбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген алабыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә.

14 Беҙ ул сиктән аша сыҡмайбыҙ, сөнки һеҙгә килдек бит инде. Беҙ Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр менән һеҙгә лә беренселәрҙән булып килеп еттек.

15 Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ, тейеш булғандың сигенә сығып, самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ.

16 Шулай итеп, һеҙ йәшәгән ерҙәрҙән ситтә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ башҡаларҙың хеҙмәт сиктәрендә улар башҡарған эш менән маҡтанырға теләмәйбеҙ.

17 «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».

18 Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan