Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Коринфтарға 8 - Изге Яҙма


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡ тураһында

1 Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтәбеҙҙең дә белемебеҙ бар» тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.

2 Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә белмәй әле.

3 Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.

4 Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ.

5 Ерҙә йәки күктә илаһ тип аталғандар булған хәлдә лә (ә ундай «илаһтар» ҙа, «хужалар» ҙа ысынлап та күп),

6 Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.

7 Барыһы ла бындай белемгә эйә түгел бит. Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарҙан баш тартмай. Ҡайһы берәүҙәр ялған илаһтарға шул тиклем күнеккән, килтерелгән ҡорбан итен ашағанда, ялған илаһтарға бағышланған ит тип ҡабул итәләр, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана.

8 Ризыҡ беҙҙе Аллаға яҡынайтмай. Ашау менән бер нәмәгә лә өлгәшмәйбеҙ, ашамау менән дә бер нәмә лә юғалтмайбыҙ.

9 Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең был азатлығығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.

10 Әгәр берәйһе һинең, белемле кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы?

11 Ул саҡта һинең белемең выжданы көсһөҙ булған имандашыңды һәләк итер, Мәсих уның өсөн дә үлде бит.

12 Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата гонаһ ҡылаһығыҙ.

13 Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan