1 Коринфтарға 3 - Изге ЯҙмаАлланың хеҙмәттәштәре 1 Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсихтәге сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде. 2 Мин тамағығыҙҙы ҡаты аҙыҡ менән түгел, ә һөт менән туйҙырҙым, ҡаты аҙыҡ менән туҡланырлыҡ түгел инегеҙ. Әле лә әҙер түгелһегеҙ, 3 сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң? 4 Әгәр берегеҙ: «Мин – Паулус яҡлы», икенсегеҙ: «Мин – Аполлос яҡлы», – ти икән, һеҙ был донъя кешеләре һымаҡ булаһығыҙ түгелме? 5 Кем ул Аполлос? Кем ул Паулус? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ. 6 Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе. 7 Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим. 8 Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эште башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ. 9 Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы. 10 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен. 11 Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих. 12 Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы, 13 һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ. 14 Кемдең ҡоролмаһы имен ҡала, шул төҙөүсе әжерен аласаҡ. 15 Ҡоролмаһы янһа – төҙөгән кеше зыян күрәсәк. Үҙе иһә ҡотолоп ҡаласаҡ, әммә ут эсенән сыҡҡандай ҡотоласаҡ. 16 Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни? 17 Алла йортон емереүсене Алла юҡҡа сығарасаҡ, сөнки Алла йорто изге, ә ул йорт – һеҙ. 18 Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын. 19 Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә». 20 Һәм тағы: «Раббы белә аҡыл эйәләренең уйҙарын: улар буш-мәғәнәһеҙ». 21 Шулай булғас, бер кем дә кешеләр менән маҡтанмаһын, сөнки бөтә нәмә – һеҙҙеке. 22 Паулус булһынмы, Аполлос, Кефас йә донъямы, йәшәүме әллә үлемме, хәҙергеме йәиһә киләсәкме – бөтөнөһө лә һеҙҙеке. 23 Һеҙ иһә – Мәсихтеке, ә Мәсих – Алланыҡы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia