Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Коринфтарға 16 - Изге Яҙма


Хәйер биреү

1 Йәрүсәлимдәге изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.

2 Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлауға һалһын.

3 Янығыҙға килгәс, һеҙ һайлап ҡуйған кешеләрҙе, хәйерегеҙҙе тапшырыу өсөн, хат менән Йәрүсәлимгә ебәрермен.

4 Әгәр минең үҙемә лә барырға кәрәк булһа, ул кешеләр минең менән барыр.


Сәйәхәт тураһында ниәттәр

5 Янығыҙға Македония аша үткән саҡта барырмын, сөнки Македонияны урап сығасаҡмын.

6 Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта һеҙҙә ҡышлармын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.

7 Һеҙгә юл ыңғайы ғына һуғылырға теләмәйем, әгәр Раббы насип итһә, оҙағыраҡҡа туҡталырға уйлайым.

8 Эфеста Илленсе көн байрамына тиклем ҡалырмын,

9 сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.

10 Янығыҙға Тимоҫеус килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара.

11 Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм.

12 Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.


Нәсихәттәр һәм сәләмдәр

13 Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.

14 Бөтә нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.

15 Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефанас ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаяла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.

16 Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткән һәр кемгә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ.

17 Мин Стефанастың, Фортунатостың һәм Ахаикустың килеп етеүенә шатмын, уларҙың килеүе арҡаһында юҡлығығыҙ һиҙелмәне.

18 Улар минең дә, һеҙҙең дә рухығыҙҙы тынысландырҙы, ундайҙарҙы хөрмәт итегеҙ.

19 Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акулас менән Прискилла йортонда йыйылған берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.

20 Һеҙҙе бындағы бөтөн имандаштар сәләмләй. Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ.

21 Мин, Паулус, сәләмемде үҙ ҡулым менән яҙам.

22 Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!

23 Раббы Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

24 Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтәгеләрҙең бөтөнөһө менән бергә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan